Мораҙым
+24 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Мая , 04:05

Йәш экологтар фестивале

Балалар ижады үҙәгендәге экологик станция тәбиғәткә битараф булмаған йәш экологтарҙы берләштерә. 

Йәш экологтар фестивалеЙәш экологтар фестивале
Йәш экологтар фестивале

Балалар ижады үҙәгендә уҡыусыларҙың район экологик фестивале үтте. “Экологик калейдоскоп” тип аталған сарала барлығы 6 мәктәп командаһы ҡатнашты.

 Йәш экологтарҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов һәм Балалар ижады үҙәге лиректоры Сөмбөл Хафизова тәбрикләне. Рәсүл Радик улы балаларҙа кесе йәштән тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, уҡытыусыларҙың был эштә мөһим роль уйнауын билдәләне, фестивалдә ҡатнрашыусыларға уңыштар теләне. Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы иһә Балалар ижады үҙәгендә уңышлы эшләп килгән экологик станция эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте, балаларҙы төрлө проекттарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға, экологик акцияларға ҡушылырға саҡырҙы. 

 Сара ике өлөштән торҙо. Экологик квеста Мораҡ башҡорт гимназияһы (етәксеһе – А.Х. Арыҫланбаева), Мораҡ 1-се урта (О.Ю. Савельева), Йомағужа 2-се урта (Л.И. Фәизова), Яңы Хвалын (Г.Х. Сөләймәнова), Тәүәкән  (Л.М.Ҡаразбаева),  Воскресенск  (Г.Р. Арыҫланова) мәктәптәре командалары маршрут ҡағыҙҙарын алып, 7 станция буйлап таралды. Һәр станцияла иһә уларҙы өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡаршы алды һәм ярыштар ойошторҙо.

Станциялар буйлап йөрөп арығандан һуң ҡатнашыусылар әлморон менән йүкә сәскәһенән, боланут үләненән яһалған файҙалы сәй эсеп хәл йыйҙы һәм үҙҙәренә проект темаһын һайланы. Әйткәндәй, проекттар өсөн бик ҡыҙыҡлы темалар алынған: “Хужаһыҙ йорт хайуандарын яҡлау”, “Ҡоштар ҡыш көнө”, “Сүп-сар – донъя күләмендәге проблема”, “Урман – ерҙең үпкәһе”, “Һыуҙы һаҡлайыҡ”, “Кәрәкмәгән әйберҙәргә – икенсе ғүмер”, “Энергияны һаҡсыл ҡулланыу – ресурстарҙы ихтирам итеү” һ.б.

Баһалама төркөмө һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, үҙ баһаһын ҡуя барҙы, аҙаҡ бөтә мәрәйҙәрҙе һанап, еңеүселәрҙе билдәләне. Еңеүселәргә мәғриф бүлегенең һәм Балалар ижады үҙәгенең маҡтау грамоталары тапшырылды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас