

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары яңғырағас, тантаналы сара асыҡ тип иғлан ителде. Мәктәп директоры Айгөл Килсенбаева, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев, яугирҙарҙың яҡындары – Әнүәр Ҡотлогилдиндың әсәһе, уҡытыусылары сығыш яһаны. Һәр береһе ҡыйыу егеттәрҙе яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алды, уларҙың ниндәй яҡшы ул, уҡыусы, дуҫ, иптәш булыуын тулҡынланып һөйләне. Ә йәш быуынға яҡшы уҡырға, тырыш булырға, илебеҙҙең патриоттары булып үҫергә, тигән теләктәрен еткерҙе.
Бына тулҡынландырғыс мәл - “Герой партаһы”н асыу ваҡыты етте. Батырҙар партаһын асыу һәм тәү башлап ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына бирелде.