

Сарала ҡатнашыусылар сигеү оҫтаһы - 80 йәшлек Ғәниә Абдулғәни ҡыҙының һәм уның ҡыҙы Гөлфиәнең ҡул эштәрен күреп хайран ҡалды.
Сығышы менән Бикес ауылынан булған Ғәниә апай сигергә апай-еңгәйҙәренән өйрәнгән, үҙе белгәндәрҙе ҡыҙҙары Гөлфиә менән Гөлсөмгә лә өйрәткән.
-Осрашыу Һатлыҡ ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар менән һуғарылып барҙы. Йәш йырсы Ленар Белыйҙың әсәһе Ғәзизуллина Фәнүзәнең гармунда уйнап йырлауы барыһының да күңеленә хуш килде.
Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән ине, улар ҙа йырлы-моңло күстәнәстәре менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Һатлыҡ ауылы ҙур, төҙөк ауыл, бик матур урында урынлашҡан. Әле унда 79 хужалыҡта 232 кеше йәшәй. Ауыл халҡы билдәле ауылдаштары менән сикһеҙ ғорурлана. Шуларҙың береһе - БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев. Тыуған еренең яҙмышына, уның бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә һис битараф түгел ул, ярҙам итеп торған шундай яҡташыбыҙ булғанда, ауылыбыҙ йәшәйәсәк, уның киләсәге өмөтлө, тиҙәр улар.
Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова.
"Ағинәй юлы" эстафетаһының күсмә вымпелы Төпсән ауылы ағинәйҙәренә тапшырылды. Тимәк, киләһе осрашыуыбыҙ Төпсәндә буласаҡ.