МАЙ АЙЫНА БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР
🌿Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
🌿Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
🌿Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
🌿Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
🌿Болот юлланып торһа, ямғырға.
🌿Ямғыр яуһа, ергә май.
🌿Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
🌿Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
🌿Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
🌿Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
🌿Торна бейеһә, һауа йылыныр.
🌿Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.