Мораҙым
+14 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Май , 06:09

Шифалы аш

Яҙ ете үләндән аш бешереп ашаһаң, йыл буйына ауырымаҫһың, - тиҙәр халыҡта.

Шифалы балтырған ашы бешерәйек әле, дуҫтар!

1-2 услам балтырған, 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан он,
1 баш һуған, тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк була.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтыр­ғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ. Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас