Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
30 Апреля , 06:23

Ғүмерҙәре үткән хеҙмәттә

Йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Ялсы ауылында тыуып үҫкән Миңнияз Ҡарағужиндың бөтә тормошо тыуған еренә намыҫлы хеҙмәттә үтә. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлай. Үҙенең ауыл хужалығында эшләү йылдарын әллә ниндәй ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләмәй һәм ул турала оҙон-оҙаҡҡа һуҙып һөйләргә лә яратмай. Ғүмерен тыуған еренә фиҙаҡәр хеҙмәткә арнаған уҙаман быйыл етмешенсе яҙын ҡаршылай, әммә ул әле лә егеттәргә биргеһеҙ, руль артына ла ултырыр, ер емертеп эшен дә эшләр, игенен дә сәсер.

Ғүмерҙәре үткән хеҙмәттәҒүмерҙәре үткән хеҙмәттә
Ғүмерҙәре үткән хеҙмәттә

Миңнияз атаһы юлынан китә. Бәләкәйҙән атаһы менән бергә тракторҙа, комбайнда йөрөгән, ун йәшенән уның штурвалсыһы булып эшләгән егет үҙенең тормошон техника менән бәйләргә ҡарар итә. Хоҙайбирҙин мәктәбендә 8 класс белем алғас, дуҫтары менән 14-се һанлы Мораҡ һөнәрселек училищеһына инә. Тракторсы-машинист һөнәрен алғас, тыуған ерен яратҡан егет бер ҡайҙа ла китергә ашҡынмай, тыуған колхозына ҡайта һәм 1974 йылда Хоҙайбирҙин колхозында эш башлай. Йәш белгескә “СК-3” иген урыу комбайнын ышанып тапшыралар, аҙаҡ Вәли Хәлитов менән алмашлап “Казахстан ДТ-75” тракторында йөрөйҙәр. Икмәк үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған ауыл эшсндәре кеүек үк Миңнияз да ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләй, һөрәләр, сәсәләр, көҙ етһә, үҫтерелгән уңышты урып-йыйып алалар. Өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалерҙары Миңнулла Мусин, Миңлеғәли Бикҡужин, Закир Сабанчин, шулай уҡ “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән Минефәр Ишкинин, Ғәбит Мусин, Миңнияз Зәйнәғәбдинов, Зәйнулла Ильясов, Рәис Сабанчин, Тимербулат Ғиләжетдиновтар кеүек намыҫлы эшсәндәр эшләгән татыу коллективҡа бик тиҙ ылығып китә ул. Ауыл хужалығы предприятиеһы ул йылдарҙа бик юғары уңыш ала һәм социалистик ярыш һөҙөмтәләре буйынса районда ғына түгел, ә республиканың алдынғы предприятиелары араһында иң яҡшыһы булараҡ таныла. Хужалыҡ күсмә байраҡтар, дипломдар менән бүләкләнә, ә баҫыу һәм фермаларҙа ең һыҙғанып эшләүселәр орден-миҙалдарға, юғары исемдәргә лайыҡ була.

Хужалыҡта бер йыл эшләгәс, Миңниязды хәрби хеҙмәткә алалар. Мәскәү өлкәһендә төҙөлөш ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үтәп, М.Ҡарағужин тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Колхоз үҙенең тырыш эшсәнен, өмөтлө егетте 14-се һанлы һөнәрселек училищеһына мастер-йүнәтеүсе кусртарына ебәрә. Унда уҡып ҡайтҡас, егетте йәнә “ДТ-75”-кә ултырталар. Ә 1980 йылдарҙа уға “Т-40” тракторын ышанып тапшыралар. Был техника менән дә Миңнияз бик матур эшләй, “Артыш” агрофирмаһында , “Агропродукт”та ла намыҫлы хеҙмәт итә.    

Үҙенең эшһөйәрлеге, техниканы яҡшы белеүе һәм тырыш хеҙмәте менән Миңнияз Миңнияр улы хеҙмәттәштәренең , етәкселектең ихтирам-хөрмәтен яулай. Фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе һәм бик күп маҡтау грамоталары менән билдәләнә.

1992 йылда уға, алдынғы эшсәнгә, Хоҙайбирҙин колхозы идаралығы (ул ваҡытта рәйес булып Рәшит Абдрахманов эшләй) “ВАЗ-2106” автомобиле бүләк итә, был техника ғаиләгә 25 йылдан ашыу хеҙмәт итә.

Шулай итеп, 1974 йылда колхозға килгән егет хаҡлы ялға киткәнсе - 40 йылдан ашыу (!) тыуған еренә хеҙмәт итә. Пенсияға сыҡҡас та эшләп өйрәнгән кеше өйҙә ултырып сыҙай алмай, ауыл хужалығы етәкселеге йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡыҙыу эш ваҡытында өлгөрә алмағанда ярҙамға саҡырһа, үҙенең “МТЗ-80” менән уларға ярҙамға ашыға.

 

***

 Вәсилә Ғәли ҡыҙы - Миңнияз Миңлейәр улының тоғро тормош юлдашы, ныҡлы терәк-таянысы.

Моҡас ауылы ҡыҙы Вәсилә менән Миңнияз Ялсы ауылында таныша.

- Әхирәтемә туйға килгәндә таныштыҡ беҙ Миңнияз менән. Ҡунаҡҡа ғына килгәйнем. Ғүмерлеккә Ялсыла тороп ҡалдым, - ти Вәсилә Ғәли ҡыҙы үҙҙәренең танышыу тарихын бәйән итеп.

Исем урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Юлдыбай клубында художество етәксеһе булып эшләй башлаған ҡыҙ район мәҙәниәт һарайында халыҡ театры режиссеры ярҙамсыһы, методист, автоклуб мөдире булып хеҙмәт итә. Үҙенең тормошон Ялсы ауылы менән бәйләгәс, урындағы мәҙәниәт усағында, унан ашханала, почта бүлексәһендә эшләй.

Ҡарағужиндар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Ләйсән менән Динә хәҙер Себерҙә йәшәй һәм эшләй. Улдары Дамир Свердлов өлкәһендә контракт буйынса хеҙмәт итә, ул - хәрби музыкант. Әле ул Екатеринбургта үтәсәк хәрби парадҡа әҙерләнә.

Хеҙмәт ветерандарын һигеҙ ейән-ейәнсәр һәм 1 бүләсәр уңыштары менән ҡыуандырып тора.

 Ҡарағужиндар үҙ ваҡытында ҙур булмаған йорт һалып инә, ғаиләләре ишәйгәс, заманса кирбес йорт һатып алып, уны төҙөкләндереп, тағы ла матурлап алалар. Ихаталарында бөхтә, йәй көндәре баҡсалары мул уңыштан, аллы-гөллө сәскәләрҙән өҙөлмәй. Эшһеҙ ултырырға ғәҙәтләнмәгән пар ике һыйыр, башмаҡ-үгеҙҙәр аҫрай, йәйгелеккә ҡаҙын-өйрәген дә күпләп ала, балаларын, туғандарын тәмле ит менән һыйлай.

 Вәсилә Ғәли ҡыҙы ҡул эшенә бик оҫта. Ул үҫтергән гөл-сәскәләр, ул бәйләгән нәски, тәпешкәләр, шарф, шәлдәр күҙҙең яуын ала. Алтын ҡуллы Вәсилә Ҡарағужина Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Орнамент” тапшырыуы геройы ла була. Әле, илдә махсус хәрби операция башланғас та, Ялсы ауыл биләмәһе тәүгеләрҙән булып маскировкалау селтәрҙәре үрә башланы, был эшкә йәше лә, олоһо ла ҡушылды. Вәсилә Ғәли ҡыҙы ла бындай изге эштәрҙең уртаһында ҡайнай.  

   Бына шулай көндәлек эштәр, мәшәҡәттәр менән, яҡындарын хәстәрләп, бөтә илгә килгән изге эштәрҙән дә йәшәй ауыл уңғандары.

 Ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә бағышлаған ысын ер батыры, намыҫлы эшсән Миңнияз Миңлейәр улы кеүек тыуған еренең ысын патриоттары күберәк булһын, ә Ҡарағужиндарға яҡындарын, балаларын, туғандарын ҡыуандырып, тирә-яҡты һоҡландырып йәшәргә яҙһын!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас