

Ата-бабаларыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ятҡан мәңгелек йорто сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан, сыбыҡтарҙан, үләндәрҙән таҙартылды. Күптәр үҙҙәренең яҡындарының ҡәберлектәрен йүнәтте, рәшәткәләләрен, ҡәбергә ҡуйған һәйкәлдәренең буяуҙарын яңыртты.
Күмәк кешегә эш сыҙаймы ни, ике –өс сәғәт эсендә ауылыбыҙҙың берҙәм, татыу ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары эште еренә еткереп тә ҡуйҙы. Йыйыштырылған зыярат матурланып ҡалды.
Ауыл халҡы бындай өмәләрҙә һәр йыл бик теләп ҡатнаша. Бындай изге эштә йәштәрҙең күп булыуы айырыуса һөйөндөрә.
Ауылдың имам хатибы Марат хәҙрәт Исмәғилев әрүахтарҙың рухтарына бағышлап Ҡөръән аяттары уҡыны.,
Аҙаҡ өмәселәр Тәнзилә Ҡотлогилдина әҙерләгән тәмле ризыҡтар, ҡайнар сәй менән һыйланды. Матур табын әҙерләп, эшләгән халыҡтың күңелен күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Өмәлә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә “Афарин!”, тибеҙ, һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, мәрхүм ата-әсәләребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотайыҡ!
Азамат ҠОТЛОГИЛДИН.