Ҡайнатма
350-400 самаһы бәпембә сәскәһен йыйып, бер литр һыуҙа ярты сәғәт самаһы ҡайнатып һөҙөргә. Ошо ҡатнашмаға самалап лимон кислотаһы йәки бер лимон турап һалып, бер килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 40-45 минут тирәһе ҡайнатырға. Әгәр бал эсендә лимон киҫәге булыуын теләмәһәгеҙ, ҡайнау барышында уны һөҙөп алырға мөмкин. Ҡалдырһағыҙ ҙа зыяны юҡ, лимон ҡайнатмаға үҙенсәлекле тәм өҫтәйәсәк.
Тағы бер рецепт:
Таҙа ерҙән үҫемлектең тәүге сәскәләрен йыйырға. 350 бөртөк сәскәне йыуып, бер литр һыуыҡ һыу ҡойорға һәм талғын утҡа ҡуйып, өҫтөн ябып бер сәғәттәй ҡайнатырға. Шунан сәскәләрен һөҙөп ташларға ла һыуына бер килограмм шәкәр һалып, тағы бер сәғәт һүрән утта ҡайнатырға. Утты һүндерер алдынан ҡатнашмаға бер лимондың һутын тамыҙырға. Иртәгәһенә һыуынғас файҙалы ла, тәмле лә бал әҙер була. Сама менән яҡынса бер литр ҡайнатма (бал) килеп сыға.
Шифалы үҙенсәлектәре
* Бәпембә иң беренсе сиратта холециститтан һәм үт ҡыуығы менән башҡа проблемаларҙан ярҙам итә, шулай уҡ бауыр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур.
* Атеросклероздан, геморройҙан, әҙ кислоталы гастриттан, анемиянан, панкреатиттан, подагранан, ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарынан ҡулланыла.
* Аппетитты күтәрә, паразиттарға ҡаршы тороу көсөнә эйә, диабеттан шифаһы бар.
* Иммунитетты нығыта, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә, холестериндың кимәлен төшөрә.
* Тынысландыра, йоҡоно яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә.
Ашҡаҙан сей яраһы ялҡынһынғанда, үт ҡыуығы юлдары тығылғанда, шулай уҡ үт ҡыуығында таштар булғанда уны ҡулланыу тыйыла.
Бәпембәнең бөтә өлөшө лә файҙалы, әммә дауалау шарттарында күберәк тамыры файҙаланыла. Шулай уҡ сәскәләре лә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Был дарыу үләне менән иң ябай дауаланыу ысулы шулай:
киптерелгән һәм ваҡланған бер ҡалаҡ тамырына бер стакан һыу ҡойоп, бер – ике минут талғын утта ҡайнатырға һәм бер сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алырға. Шуны көнөнә ике-өс тапҡыр ас ҡарынға, йә ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсергә.