ЙӘМҒИӘТ
27 Апреля , 06:20

Дегәнәк баш ҡалҡыта башланы, әле уның һутлы ғына сағы

Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин. Әммә уларҙың иң һутлы мәле – апрель аҙағынан июнь аҙағына тиклем. 

Кәртә артында үҫкән дегәнәк әллә күпме сиргә ҡаршы дауа икәнен беҙ белеп тә, аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ. Япондар, Кавказ халыҡтары дегәнәкте даими рәүештә аш-һыу әҙерләгәндә ҡуллана. Уның хатта хатта яман шешкә ҡаршы торор көсө бар.

Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан дегәнәк һуты эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Дегәнәктең яман шеш ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Сирҙең төрөнә ҡарап, бер-ике аш ҡалағынан алып тулы стаканға тиклем һут билдәләйҙәр. Әммә быны мотлаҡ табип йәки үлән менән дауалау белгестәре кәңәшенә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк.

Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин. Әммә уларҙың иң һутлы мәле – апрель аҙағынан июнь аҙағына тиклем. 

Япраҡтарҙы таҙа итеп йыуып, ит турағыс аша үткәргәс, һутын һығып алырға. Тәүге бер нисә көндә һыуытҡыста тотоп, үҙен генә эсергә мөмкин. Оҙайлы ваҡытҡа һаҡлау өсөн 1:1 нисбәтендә спирт (40-50 градуслы) менән ҡатнаштырырға.

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның дегәнәк һутын нисек әҙерләү алымы тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

“Деганәктең һутын һыҡтым, әле һутлы сағы. Һут һыҡҡыстан өс тапҡыр сығарҙым, иң аҙаҡтан йомарлап усым менән һығып алып бөттөм. Туңдырғыста шаҡмаҡлап туңдырып, ҡышҡылыҡҡа ҡапҡаслы һауытта һаҡлайым. Бер стакан йылы һыуға бер шаҡмаҡты (бер аш ҡалағы һут) һалып болғап эсәм. Әсе тойолһа, бал өҫтәргә мөмкин”, - тип яҙҙы Рәшиҙә Ғиззәтуллина.

Автор:
Читайте нас