Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель , 05:55

Беҙҙекеләр - Мәскәүҙә!

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтте. Унда беҙҙең райондаштар ҙа ҡатнашты.

Беҙҙекеләр - Мәскәүҙә!Беҙҙекеләр - Мәскәүҙә!
Беҙҙекеләр - Мәскәүҙә!

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған форум илебеҙҙең урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен йәнә бергә йыйҙы.  Был саранан беҙҙекеләр ҙә ситтә ҡалманы: унда район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин һәм алты ауыл биләмәһе башлығы – Фәниә Әхмәт ҡыҙы Ғәлина (Санъяп), Любовь Вячеславовна Назарова (Чапаев), Булат Ғизелхаҡ улы Ҡаразбаев (Теләүембәт), Илдар Наил улы Килсенбаев (Юлдыбай), Руслан Фәрит улы Дауытов (Йомағужа), Сергей Алексеевич Самохин (Побоище) ҡатнашты.

- Сара сиктәрендә “Хеҙмәт итеү” III Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы ла үтте. Республикабыҙҙың был мөһим конкурста иң яҡшы 110 ҡатнашыусы иҫәбендә булыуын аңлау айырыуса ҡыуаныслы. Был бөтә муниципаль командаларыбыҙҙың юғары һөнәри оҫталығына һәм берҙәм эшләүенә сағыу дәлил.  Сара беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ул көн һайын үҙ биләмәләре мәнфәғәтендә эшләгәндәрҙе бергә йыя. Форумдың төп бурысы - урындағы үҙидараны үҫтереүҙең көнүҙәк һорауҙарына яуап табыу һәм бәләкәй тораҡ пункттарҙың бөтә ил өсөн әһәмиәтен билдәләү.  Бөгөн алынған белем һәм алдынғы тәжрибә Күгәрсен районында йәшәүсе һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән артабанғы эшебеҙ өсөн ҙур этәргес буласаҡ, - тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Марат Сәлим улы.  

Асыҡ сығанаҡтарҙан күренеүенсә, форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин үҙе тәбрикләгән. Ил башлығы үҙенең сығышында муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшенең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған: “Муниципаль кимәлдәге эш - ул ҙур яуаплылыҡ та, ысын һөнәр ҙә, дәүләт, йәмғиәт өсөн мөһим миссия ла. Был, ысынлап та, хеҙмәт итеү, миссия”.

Фото район хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас