

Апрелдең 9-нан 16-һына тиклем Сочи ҡалаһындағы “Сириус” мәғариф үҙәгендә хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Был сара Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәләтле, тырыш, уңған уҡыусыларҙы бергә тупланы. Башҡортостан Республикаһы командаһы составына беҙҙең район уҡыусылары - М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы класында белем алған Иҙел Исҡужин менән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Артур Айытҡолов та инде.
Мәртәбәле сарала ҡатнашып ҡына ҡалманы егеттәр, Башҡортостан данын арттырып, үҙҙәренең төплө белемгә эйә икәнлектәрен иҫбатлап, икәүһе лә еңеү яуланы! Ысын мәғәнәһендә ҙур ҡаҙаныш булды уларҙың еңеүҙәре – Иҙел, 9-сы кластар араһында иң күп балл йыйып, абсолют еңеүсе, Артур 10-сы кластар араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды! Әйткәндәй, Артур уҙған йылда ла еңеү яулап ҡайтҡайны. Хоҡуҡ өлкәһендә бөтә Рәсәйгә үҙҙәрен иң көслө итеп күрһәткән уҡыусыларыбыҙҙың ҙур еңеүҙәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та юғары баһаланы. “Башҡортостан уҡыусыларының сағыу еңеүҙәре дауам итә. Был юлы буласаҡ коллегаларыбыҙ – йәш хоҡуҡ белгестәре ҡыуандырҙы. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында республикабыҙ командаһы бик шәп сығыш яһаны - балалар 11 диплом яуланы. Уларҙың икәүһе абсолют еңеүсе булды, улар – М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһынан 9-сы класс уҡыусыһы Иҙел Исҡужин һәм Өфөнөң 39-сы гимназияһынан 11-се класс уҡыусыһы Камилла Нурисламова. Миәкә, Күгәрсен, Өфө райондарынан, Өфө, Нефтекама, Туймазы ҡалаларынан тағы 9 уҡыусы еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбенә инде. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым! Тағы бер тапҡыр билдәләп үтәм: уҡыусыларҙың ҙур һөҙөмтәләре – республикала һәләтле балалар менән һуңғы йылдарҙа алып барылған ҙур системалы эш һөҙөмтәһе. Уны артабан дауам итәйек”, - тип яҙҙы ул үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Иҙел күҙ алдында тигәндәй үҫкән бала ул: уның әсәһе Розалия Ишбулат ҡыҙы 20 йылға яҡын ғүмерен ваҡытлы матбуғатҡа арнаған, төплө йөкмәтеле мәҡәләләре менән район ғына түгел, республика гәзиттәрен дә биҙәгән көслө журналист, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты, бына инде 8 йыл беҙҙең “Мораҙым” гәзитен етәкләй. Атаһы Илнур Фәйзулла улы Эске хеҙмәт майоры, Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары. Уны Күгәрсен, Ейәнсура, Мәләүез районы халҡы талапсан етәксе булараҡ яҡшы белә. Ҡустыһы Ислам – Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класы уҡыусыһы, ул да бик әүҙем малай.
Иҙел мәктәп уҡыусыларының Ю.Гагарин исемендәге кубогына үткәрелгән олимпиадаларҙа призер булды. 7-се кластан тағы ла юғарыраҡ уңыштарға иреште - мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призер исемен алды. 2024/2025 уҡыу йылында өҫтә атап кителгән олимпиадала география һәм хоҡуҡ буйынса төбәк этабы призеры, быйылғы уҡыу йылында хоҡуҡ буйынса төбәк этабы еңеүсеһе, география, иҡтисад, тарих буйынса призер булды. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәне, төрлө яҡлап әүҙем булғаны, бихисап конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулағаны өсөн быйыл ул район башлығы стипендиаты исеменә лайыҡ булды.
Бикеш ауылында тыуып үҫкән Артурҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ике йыл рәттән еңеү яулауы үҙе үк уның үтә тырыш уҡыусы булыуын раҫлай. Ул да бик күркәм, уңған ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Юнир Азамат улы Айытҡолов ауыл хужалығы тармағында уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарҙың береһе, ул – “Утар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш агрономы, атаһы Азамат Рәфҡәт улы һәм ағаһы Илмир Айытҡоловтар менән бына инде күп йылдар игенселек, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Районда ғына түгел, республикала ла алдынғы хужалыҡтарҙың береһе һанала уларҙың йәмғиәте. Артурҙың әсәһе Альбина Фәнил ҡыҙы байтаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләй.
Айытҡоловтар өс балаға ғүмер биргән: оло улдары бөгөнгө мәҡәлә геройы Артур булһа, икенсе балалары Илнараға 13 йәш, ул Сәйетҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класында белем ала; кесе улдары Данирға 8 йәш, ул быйыл 1-се класты тамамлай. Альбина менән Юнир ҙа балаларын үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, тәртипле, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
Артур - уҡыу отличнигы, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 2023/2024 уҡыу йылында район хакимиәте башлығы стипендиаты була. Түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш кеүек мөһим сифаттарға эйә булған уҡыусы хоҡуҡ, тарих, экология, йәмғиәтте өйрәнеү, донъя художество мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙың муниципаль этаптарында, тарих, иҡтисад буйынса үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында призер исемен яулай. Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән тыш, тарих, география, математика һәм инглиз телен дә үҙ итә ул.
Үҙҙәрен был еңеүгә ҡанатландырған остаздары - Сәйетҡол мәктәбе уҡытыусыһы Рафаэль Марат улы Йосоповҡа, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Владимир Васильевич Белоклоковҡа, башҡа уҡытыусыларына, һәр ваҡыт иңен ҡуйған ата-әсәләренә, Өфө ҡалаһының “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге белгестәренә рәхмәтле егеттәр.
Иҙел менән Артур хаҡында тулыраҡ - гәзиттең был аҙналағы һанында.
Авторы - Гөлназ Сәйетбатталова.