Ул - халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик аҙ калориялы аҙыҡ.
Ҡороттоң дауаһы иҫ китмәле. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырырғанда, ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп, “һыуыҡты ҡыуып сығара”. Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсотһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.
Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндә бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә.
Ҡоротто кәнфит урынына һурып йөрөгән монгол халҡының тештәре ап-аҡ, сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.