ЙӘМҒИӘТ
23 Апреля , 10:05

Муйыл торты

 60 г муйыл оно, 130 г аҡ май, 3-4 аш ҡалағы шәкәр (1 аш ҡалағы кремға), 2 йомортҡа, 1-1,5 стакан он, 0,5 сәй ҡалағы сода, 200-300 г ҡаймаҡ, ванилин, тәменсә тоҙ, ҡайнар һыу талап ителә.

Муйыл онона саҡ ҡына һыу өҫтәп, ҡаймаҡ ҡуйылығы булғанса йомшартабыҙ. Майға шәкәр ҡушып, күперткәнсе туҡыйбыҙ, йомортҡа, тәменсә тоҙ өҫтәйбеҙ. Он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ (ул ағып төшөрлөк булырға тейеш), аҙаҡтан ғына сода ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатҡас, табаға һалып. 180-190 градус эҫелектә 20-30 минут бешерәбеҙ. Шәкәр менән ҡаймаҡты ҡушып, крем эшләйбеҙ ҙә өҫтөнә һөртәбеҙ.

Автор:
Читайте нас