+10 °С
Облачно
Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ ҙә йәйәбеҙ. Өҫтөнә башта 2 аш ҡалағы ирегән аҡ май, аҙаҡ бешкән дөгөнө йоҡа итеп йәйеп һалабыҙ. Дөгө өҫтөнә ҡыҙыл эремсек. Шәкәр һибәбеҙ. Йәнә дөгө, йәнә май һалабыҙ. Бүрттергән йөҙөм йәйәбеҙ. Өҫтөнә бешкән, иҙелгән йомортҡа йәйелә.
Гөбәҙиәнең өҫтөн ябабыҙ ҙа матур итеп ситен бөрөп ҡуябыҙ. Май менән ондо иҙеп, шуны һибергә була. Өҫтөн ипләп кенә тишәбеҙ. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала 1 сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.