Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель , 05:33

Ейгәң ризығың шифа булһын

Алма быуынға тоҙ ултырыу, ҡан тамырҙары сирҙәренә файҙалы. Ә орлоғонда йод күп. Көн һайын 5 орлоҡ ашаһаң, йодҡа ҡарата ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә.

Сәтләүек, йөҙөм, сырҙы көн һайын ҡулланыу нервы системаһын яҡшырта, талсығыуҙы бөтөрә, баш ауыртыуын баҫа, йөрәк мускулдарын нығыта.

 Алма быуынға тоҙ ултырыу, ҡан тамырҙары сирҙәренә файҙалы. Ә орлоғонда йод күп. Көн һайын 5 орлоҡ ашаһаң, йодҡа ҡарата ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Был емештә шулай уҡ тимерҙең күп булыуы аҙ ҡанлылылыҡ менән интегеүселәргә алыштырғыһыҙ дауалау сығанағы булып тора.

 Лимон менән әфлисун гипертонияның башланғыс формалары, ҡатын-ҡыҙ сирҙәре күҙәтелгәндә файҙалы. Ярты лимонды ҡабығы менән ҡырғыста ҡырырға ла шәкәр ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсергә.

 Кәбеҫтәлә С витамины күп. Ул лимондан ғына ҡалыша. Нервы системаларына яҡшы тәьҫир итеүсе һәм депрессиянан һаҡларҙай В, хәтерҙе яҡшыртыусы РР витаминдары ла етерлек. Ә ундағы метилметиониндың ашҡаҙан язваһы ауырыуҙарын булдырмауҙа файҙаһы ҙур. Табиптар ҙа шуға ашҡаҙан сирлеләргә кәбеҫтә һуты эсергә кәңәш ителә.

Автор:
Читайте нас