ЙӘМҒИӘТ
22 Апреля , 07:00

Таланттарға ҡанат биргән мәктәп

  Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә, республикабыҙҙың мәҙәниәтен, сәнғәтен байытыуға, был тармаҡты кадрҙар менән тулыландырыуға ғәйәт ҙур өлөш индергән уҡыу йорто ул - З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе!

Таланттарға ҡанат биргән мәктәпТаланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп

Ошо көндәрҙә данлыҡлы уҡыу йортоноң 55 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Белем усағының директоры Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ нәҡ ошо хаҡта.

 

Белешмә (в рамку)

 Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбен 1995 йылдың 30 ноябренән алып етәкләй.

 Ул уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға, уның районда ла, республика кимәлендә лә абруй яулауына, коллективтың ижади үҫешенә ҙур өлөш индерә.

 Флорида Зәки ҡыҙы сәнғәт мәктәбенең хор һәм фортепиано бүлегенең юғары квалификациялы уҡытыусыһы, “Миләш” халыҡ, “Дэмитон” һәм “Рондо” өлгөлө ансамблдәре етәксеһе. 

 Мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, өлгәшкән уңыштары өсөн 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 

- Хәйерле көн, Флорида Зәки ҡыҙы! Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе ошо көндәрҙә үҙенең 55 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы ошо айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Ярты быуаттан ашыу тарихҡа эйә булған мәктәптең уҙғандарын барлап уҙайыҡ әле.

- Рәхмәт! Эйе, мәктәбебеҙ бай тарихҡа эйә. Мораҡ балалар музыка мәктәбе 1970 йылда район мәҙәниәт бүлегенең 1970 йылдың 6 июлендәге бойороғо нигеҙендә асыла.

10 июлдә фортепиано һәм баян кластарына уҡыусыларҙы ҡабул итеү иғлан ителә. Беренсе ҡабул итеү имтихандары 1970 йылдың 25 авгусында үтә. Һәләтле балалар бик күп булып сыға: фортепиано класына 29, баян класына 30 бала алына.

- Тәүге уҡытыусылар кемдәр була?

- Балаларҙы Йәһүҙина Нәркизә Ғамир ҡыҙы (аҙаҡ ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була) фортепианола, Александр Петрович Петаев баянда, Низаметдинов Фәнис Фәрхетдин улы тынлы уйын ҡоралдарында, Ҡунсбаев Рәфис Кинйәбай улы менән Миңлебаев Барый Рәхмәт улы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә.

 - Мәктәпте кемдәр етәкләй?

- Музыка мәктәбенең беренсе директоры итеп Г.М. Зуб тәғәйенләнә, ул бер нисә ай эшләй. 1970 йылдың декабренән директор вазифаһы Александр Петрович Петаевҡа йөкмәтелә. Ул учреждение етәксеһе булып эшләүҙән тыш, уҡыусыларҙы баянда уйнарға өйрәтә, “Халыҡ уйын ҡоралдары” бүлегенең беренсе уҡытыусыһы була. Директор вазифаһында 1972 йылға тиклем эшләй.

 Мораҡ балалар музыка мәктәбе тарихында ҙур эҙ ҡалдырған Әхмәт Гәрәй улы Искәндәров хаҡында айырым үтмәй булмай. Ул 1975 йылдан 1995 йылдың ноябренә тиклем директор булып эшләй, белем усағын үҫтереү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәп мейес менән йылытылған ағас бинанан кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы заманса бинаға күсә. Әйткәндәй, яңы мәктәпте төҙөүҙә шул ваҡытта район хакимиәте башлығы булып эшләгән Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов ҙур роль уйнай, ул мәҙәниәтте, шулай уҡ балаларҙың өҫтәмә белем алыу мөмкинлектәрен үҫтереү кәрәклеген аңлай һәм хуплай.

 Әхмәт Гәрәй улы эшләгән йылдарҙа тәүге сығарылыш уҡыусылары мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлеше буйынса урта махсус, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә башлай, аҙаҡ уларҙың бер нисәүһе туған мәктәбенә эшкә ҡайта.

 Йомағужала музыка мәктәбен асыуҙа ла уның өлөшө ҙур.  Бөтә ҡаҙаныштары өсөн, 1995 йылда, Ә.Искәндәров “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.

- Һеҙ сәнғәт мәктәбен 1995 йылдан алып етәкләйһегеҙ. Өс тиҫтә йыл аҙ ғүмер түгел, был осорҙа белем усағы ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе?

- Үҙгәрештәр, әлбиттә, байтаҡ булды: хореография һәм һынлы сәнғәт бүлексәләре асылыу сәбәпле, 1997 йылда музыка мәктәбе сәнғәт мәктәбе тип үҙгәртелде;  2000 һәм 2008 йылдарҙа йылда капиталь ремонт эшләнде; 2008 йылда яңы мебель, музыка ҡоралдары һатып алынды;

2006 йылда мәктәпкә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. А. Биишева исеме бирелде; хореография, һынлы сәнғәт, башҡорт фольклоры, думбыра, аккордеон, гитара, һуҡма уйын ҡоралдары, иртә эстетик үҫеш кеүек бүлектәр һәм кластар асылды; уҡыусылар һаны район үҙәге балалары иҫәбенә генә түгел, ә райондың яҡын-тирәләге ауылдары иҫәбенә лә 250 балаға тиклем еткерелде; кадрҙарҙы дөрөҫ һайлап алыу тормошҡа ашырыла, коллективтың яртыһы - Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбен тамамлаусылар; уҡыусыларҙың республиканың һәм илдең урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге артты; мәктәптә һынлы сәнғәт бүлеге уҡыусыларының эштәре өсөн күргәҙмә залы булдырылды; коридорҙар, залдар, мәктәп кабинеттары биҙәлде; уҡытыу сифаты һәм уҡыусыларҙың уңыштары күтәрелә бара.

- Абруйлы мәктәптең бөгөнгөһө хаҡында ла әйтеп уҙығыҙ әле?

- Әлеге көндә беҙҙең коллективта ... белгес эшләй. Уларҙың барыһы ла ижади шәхес. Эшебеҙҙе яратып башҡарабыҙ.

Сәнғәт мәктәбен тамамлаусыларҙың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң туған мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ! Бына улар - Римма Ғариф ҡыҙы Уразбаева, Надежда Васильевна Нестерова, Зөлфирә Зәки ҡыҙы Кәримова,  Резеда Сөләймән ҡыҙы Сафина, Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова, Елена Николаевна Дмитриева, Наталья Александровна Логинова, Юлия Александровна Гераськина, Надежда Ивановна Лаврикова (Малькова),  Әсҡәт Зәки улы Әлимғолов, Людмила Алексеевна Туманова, Азат Ғәйзулла улы Иҫәнбаев, Наталья Васильевна Щербакова, Айгуль Рәшид ҡыҙы Баязитова, Альбина Радик ҡыҙы Алламоратова, Гөлнур Ғәли ҡыҙы Кинйәбулатова, Ирина Викторовна Чуднова, Эдуард Рәмил улы Ҡотлоғужин, Дмитрий Витальевич Камалиев, Юрий Иванович Годуленко, Рәфис Фәрит улы Мәүлетҡолов, Салауат Йомағол улы Наҙарғолов, Линар Радик улы Сәйфетдинов, Лина Нурфәиз ҡыҙы Әмирова, Гөлшат Шамил ҡыҙы Байтуғанова, Лилиә Мансур ҡыҙы Ишкилдина, Виталий Викторович Усов, Лилиә Сергеевна Баязитова. Был белгестәр төрлө йылдарҙа эшләне, ҡайһы берҙәре әлеге көндә лә тырышып хеҙмәт итә.

 Бөгөнгө көндә 14 ижади коллектив тотороҡло эшләй, уларҙың икәүһе “халыҡ”, бишәүһе “өлгөлө” исеменә эйә:

 “Моңдаръя” халыҡ уйын ҡоралдары (етәкселәре - Гөлнур Кинйәбулатова, Айгөл Баязитова, Камилла Абдрахманова),  уҡытыусыларҙың “Миләш” халыҡ вокаль  (Флорида Кәримова) ансамблдәре,  “РОНДО”  өлгөлө балалар хоры (етәксеһе – Флорида Кәримова, концертмейстерҙары - Юлиә Гераськина, Камилла Абдрахманова),  “Дэмитон” өлгөлө балалар вокаль (Флорида Кәримова),  “Ҡыпсаҡ” өлгөлө балалар ҡурайсылар (Юлай Ҡыҙрасов), “Грация” өлгөлө бейеү (Гөлшат Байтуғанова), “Веселые ребята” өлгөлө тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары (Салауат Наҙарғолов), “Мораҙым” балалар фольклор (Зәлиә Сәйфуллина, Гүзәл Ҡыҙрасова, концертмейстерҙар - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдинов, Дмитрий Камалеев), балалар скрипкасылар (Ирина Ильина, Камилла Абдрахманова), Йәйғор”  бейеү (Айһылыу Вәлидова), гитарасылар (Гөлнур Кинйәбулатова, Зарема Назарғолова, Салауат Назарғолов) ансамблдәре, “Һандуғас” йәш йырсылар студияһы (Флорида Кәримова), “Озорники” (“Шаяндар”?), “Баян.Драйв” баянсылар оркестры (Гөлнур Кинйәбулатова, Айгөл Баязитова, Дмитрий Камалеев),

йәш рәссамдарҙың “Палитра” ижади берекмәһе (Эльвира Бакирова, Рәсим Вәлидов, Наилә Мәғизова).

- Һеҙҙең коллектив әленән-әле төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайта.

- Ысынлап та, мәктәбебеҙҙә район, зона, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттары, гран-при яулаусылар бар. Сәнғәт мәктәбенең ижади коллективтары һәм уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулап, мәктәпте генә түгел, районыбыҙҙы һәм Башҡортостан Республикаһын да данлай...

  - Мәктәптең иң ҙур ғорурлығы – уның уҡыусылары, шулай бит?

- Әлбиттә! 55 йыл эшләү дәүерендә мәктәп 1065-тән ашыу уҡыусы әҙерләне. 1975 йылдан 2025 йылға тиклем арауыҡта 150-гә яҡын кеше мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итә.

 Республика һәм Рәсәй мәҙәниәте, сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән сығарылыш уҡыусылары менән айырыуса ғорурланабыҙ. Уларҙың бер нисәүһен телгә алып үтмәһәк, яҙыҡ булыр: Айнур Искәндәров (Өфө ҡалаһының Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры), Марсель Шәрәфетдинов (БР Дәүләт симфоник оркестры музыканты), Рим Ҡотлосурин (Мәскәү ҡалаһындағы Ҙур театр симфоник оркестры артисы, музыка мәктәбе уҡытыусыһы), Снежана Миронова (Мәскәү ҡалаһындағы Ҙур театр хоры артисы),

Алмаз Йосопов (М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры), Зарина Ҡотлоғужина (Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артисы-вокалисы),

Кристина Ефанова (Т. Сәйфуллина исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы артисы), Ландыш Якиева (Силәбе дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы),

Азат Баязитов (Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең баш администраторы), Раян Хөснуллин  (Башҡортостандың Милли оркестры музыканты),

Эльвир Ишкилдин (популяр йырсы), Алексей Носков (Камчатка крайы хәрби оркестры музыканты). Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары араһында республиканың һәм илдең балалар сәнғәт мәктәптәрендә артист, мәҙәниәт һарайҙарында методист, уҡытыусылар булып эшләгәндәр бар.

 Мәктәп үҙенең Башҡортостан Башлығы, Күгәрсен районы башлығы стипендиаттары булған уҡыусылары менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана.

- Киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән янаһығыҙ?

- Мәктәбебеҙ асылғандан алып оло юл үтте. Шуныһы ҡыуаныслы - ул һаман да үҫешә, район һәм республика кимәлендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Маҡсаттарыбыҙ, әлбиттә, изге - яңынан-яңы таланттар асыу, уларға һәләттерен үҫтерергә ярҙам итеү, ижад донъяһында ҡайнап йәшәү.

- Флорида Зәки ҡыҙы, әңгәмәбеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең колективығыҙға һәм уҡыусыларығыҙға артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр яуларға яҙһын, уңыштар юлдаш булһын!

- Амин, шулай була күрһен!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Таланттарға ҡанат биргән мәктәп
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас