📌Кесерткән ашы
150 г йәш кесерткән япрағы, 50 г ҡуҙғалаҡ, 5-әр г кишер менән әнис, 20 г аҡ һуған һәм 15 г йәшел һуған, 5 г бойҙай оно, 10 г һары май, 15 г ҡаймаҡ, ярты йомортҡа, лавр япрағы, тоҙ, борос.
Кесерткән япрағын өс минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға һәм ваҡлап турарға, майҙа 10 – 15 минут ҡыҙҙырырға. Ваҡлап туралған кишер, петрушка, һуғанды ла майҙа ҡыҙҙырып алырға. Ҡайнап торған һурпаға кесерткән япрағын, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе, йәшел һуғанды өҫтәп, 20 – 25 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр алдынан тәмләткестәр өҫтәргә. Ҡаҙ үләненән, кесерткән япрағынан, юл япрағынан да щи ошо рәүешле әҙерләнә.
📌Ыумаслы балтырған ашы
1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй.
Аштарығыҙ тәмле булһын!