+5 °С
Облачно
📌Ҡамыр өсөн:
*1 ҡап маргарин йә ҡаты ҡаймаҡ (200-180 г тирәһе),
*ярты стакан шәкәр,
*балғалаҡ осонда сода кәрәк буласаҡ. Ошо ингридиенттарҙан ыумас ҡамыры кеүек итеп ыуабыҙ.
📌Эслек өсөн: *эремсек 400 г ,
*йомортҡа -5—6 дана,
*әҙерәк ванилин,
*ярты стакан шәкәр кәрәк буласаҡ. Быларҙың барһын ҡушып, болғатып эслек әҙерләйбеҙ. Табаға әҙер ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ, өҫтөнә эслекте һәм ҡалған ҡамырҙы һибеп, 180 градус ҡыҙыулығында 35—40 минут бешерәбеҙ.