

Бында башҡорт, рус, татар, мордва һәм төрлө милләт вәкилдәре сағыу милли кейемдәрҙә балҡыны. Тамаша күп милләтле республика халҡының күңел донъяһын, сәнғәтен, йәшәү рәүешен яҡтыртыусы милли бейеүҙәр, милли моңдар менән үрелеп барҙы һәм күңелдәргә бөтмәҫ дәрт өҫтәне.
Милли кейем көнөнөң Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә уҙғарылыуы уның мәртәбәһен тағы ла артттырып, әһәмиәтенә нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итте. Милләттәр гөлләмәһенә тиң сағыу тамашанан һәр кем күңел йылыһын, кәйеф күтәренкелеген алғандыр, һис шикһеҙ!