ЙӘМҒИӘТ
16 Апреля , 09:15

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, кеше һымаҡ һыҙғыра. Сыйырсыҡ тағын ниндәй һөнәрҙәргә эйә?

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Донъяға йәм, йән өҫтәгән сыйырсыҡтарҙың тәбиғәт өсөн ифрат ҙур файҙа килтереүен барыбыҙ ҙа яҡшы белһәк тә, тағын бер һанап сығайыҡ әле...

 *Сыйырсыҡтар тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән таҙарта: көнөнә 300-350 тапҡыр осош яһап, төрлө бөжәк алып ҡайта. Ғөмүмән алғанда, бер пар сыйырсыҡ, балаларын осороп ебәргәнсе, 8 меңләп зарарлы ҡорттарҙы ҡыра.

*Башта ата сыйырсыҡ килә. Ул матур итеп һайраһа ла, йыры моңһоуыраҡ була. Инә сыйырсыҡ ҡайтҡас, бергәләшеп илһамланып һайрай башлайҙар.

*Сыйырсыҡ башҡа ҡош, хайуан тауышын да сығара ала. Уның йырында ҡарға тауышын да, ҡарлуғас сырылдауын да, ҡолон кешнәүен дә ишетергә мөмкин. Шулай уҡ ул бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ла ала икән.

*Сыйырсыҡтар кешеләр яһаған ояларҙа, ағас ҡыуышлыҡтарында, түбә аҫтындағы урындарҙа, яр ҡарлуғасы ояларында йәшәй.

*Йомортҡалары зәңгәрһыу төҫтә. Ҡошсоҡтарының ауыҙҙары ҙур, суҡыш ситтәре һары төҫтә була. Ҡараңғы ояла ата-әсәһе уларҙы шул һары суҡыштарынан таба. Бала үҫтергән осорҙа сыйырсыҡтар йырлауҙан туҡтап тора.

*Сыйырсыҡтар балаларына һәр ике минут һайын тигәндәй ем ташый.

*Осоп барыусы сыйырсыҡ көтөүе үҙенең ойошҡанлығы менән күптәрҙе хайран ҡалдыра: меңләгән сыйырсыҡ барыһы бер юлы хәрәкәтләнә, мәтәлсек атып, осошон үҙгәртә.

*Сыйырсыҡтар бер нисә төрлө була: брамин сыйырсығы, ҡыҙыл суҡышлы сыйырсыҡ, ябай сыйырсыҡ, ала сыйырсыҡ, алһыу сыйырсыҡ, һоро башлы сыйырсыҡ һ.б.

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас