

Ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
* Рәсәйҙәге 789 төрлө ҡоштарҙың 657 төрлөһө оя ҡора.
*Донъялағы иң бәләкәй ҡош - колибри-бал ҡорто. Уның ауырлығы - 1,6 грамм, оҙонлоғо - 5,7 сантиметр. Әйткәндәй, ул артҡа оса белгән берҙән-бер ҡош.
*Иң ҙур ҡош - Африка дөйәғошо. Уның буйы - 2,7 метр, ауырлығы - 160 килограмм.
*Иң етеҙ ҡош - сапсан. Уның тиҙлеге сәғәтенә 300 саҡрымға етә. Юғары тиҙлекле Рәсәй поезы ла юҡҡа ғына уның исеме менән аталмаған бит!
* Киви - аҙыҡ эҙләргә ярҙам иткән танау тишектәре булған берҙән-бер ҡош.
* Иң оҙон ғүмерле ҡырағай ҡош - Уиздом исемле ҡара арҡалы инә альбатрос. Уның йәше 70-тән үткән.
*Иң көслө тауышлы ҡош - звонарь, уның тауышы 125 дБ-ға етә. Был, двигателдәре төрөнә ҡарап, 120-180 дБ диапазонында тауыш сығарып осоп барған самолеттың тауышы менән сағыштырырлыҡ.
*Австралия лироҡойроғо башҡа ҡоштарға хас булмаған тауыштарҙы - кеше илауынан алып бензобысҡы тауышына тиклем - һүрәтләү һәләтенә эйә.
*Иң хәүефле ҡош - казуар, был статус аҫтында ул хатта 2004 йылда Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. *Ябай ҡарлуғастар осоу барышында йоҡлай ала һәм аҙналар буйы ергә ултырмай.
*Ҡарсыға - иң үткер күҙле ҡош, ул бер саҡрым бейеклектән ялан сысҡанын да күрә ала.
*Ябалаҡ күҙен йөрөтә белмәй, шуға ла ҡайҙалыр ҡарау өсөн башын 270 градусҡаса бора.
*Император пингвины һыу аҫтында тын алышын 20 минутҡа тотҡарлай ала.
*Какаду тутыйғоштары ритмды аңлай һәм көйгә бейей.
*Ҡоштар уйнарға һәләтле. Мәҫәлән, ҡоҙғондар, ҡар төйөрҙәрен бер-береһенә ташлап, ҡышын йыш ҡына күңел аса. Ҡайһы берҙә улар предметтарҙы бейеклектән ташлап китә.