Нимә ул саҙаҡа?
Саҙаҡа – кешенең Аллаһ ризалығына ирешеү, сауап алыу өсөн мохтаждарға үҙ теләге менән ниндәйҙер әйбер, аҡса биреүе. Киң мәғәнәлә саҙаҡа тигән төшөнсәгә башҡалар файҙаһына ҡылынған яҡшылыҡ, изгелек, һәр төрлө хәйерле эштәрҙе индерәләр.
Хәҙистәрҙең береһендә әйтелә: “Мосолман ҡәрҙәшеңә йылмайыуың – саҙаҡа. Яҡшылыҡҡа өндәүең һәм насарлыҡтан тыйыуың – саҙаҡа. Аҙашҡан кешегә дөрөҫ юл күрһәтеү – саҙаҡа. Насар күреүсе кешегә үҙ күҙҙәрең менән ярҙам итеүең – саҙаҡа. Юлда ҡамасаулап ятҡан ташты, ниндәйҙер сәнскеле нәмәне йәки һөйәкте алып ташлауың – саҙаҡа. Үҙ биҙрәңдәң ҡәрҙәшеңдекенә һыу ҡойоп биреүең – саҙаҡа” (Тирмиҙи, 1956).
Дини телдә саҙаҡа тиелһә, ябай халыҡ уны хәйер тип әйтеп өйрәнгән. “Хәйер” һүҙе лә ғәрәпсәнән яҡшылыҡ, изгелек, ниндәйҙер һәйбәт эште аңлата. Беҙ “хәйер” тигәндә аят мәжлестәрендә таратыла торған металл йәиһә ҡағыҙ аҡса, ҡулъяулыҡ, таҫтамал, яулыҡ, һабын кеүек тотоп була торған әйберҙәрҙе күҙ уңында тотабыҙ.
Мәрхүмдәргә бағышлап йәки мәрхүм исеменән булһын тип, хәйер таратһаҡ, уларға, теге донъяла булыуҙарына ҡарамаҫтан, сауап барып етәсәк. Шуның өсөн дә инде беҙ Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ, шул мәжлестәрҙә хәйер таратып, сауаптары мәрхүмдәребеҙгә барып етһен, тип өмөтләнәбеҙ. Хәҙистә, “Ҡөрьәндән (бер генә) хәреф булһа ла уҡыусы кешегә бер яҡшылыҡ яҙылыр, һәм һәр бер шул яҡшылыҡҡа (сауап) ун тапҡыр арттырылыр” тиелә (Әт-Тирмиҙи, 2910). Ошо хәҙискә таянып, имам Ҡөрьән аяттарын уҡый, ә хасил булған сауаптары мәрхүмгә булһын, тип доға ҡыла.
Ошо күҙлектән сығып ҡараһаҡ, бөтәһе лә яҡшы, дөрөҫ һымаҡ: Ҡөрьән уҡып, хәйер таратып сауаптар алабыҙ, шул сауаптарҙы мәрхүмдәребеҙгә бағышлап, вафат булғандарҙың рухын шатландырабыҙ.
Ысынлап та, бөтәһе лә һәйбәт булыр ине, тик ерләү, вафат булғандарға аяттар бағышлау мәсьәләләрендә лә ихласлыҡ артҡа шылған кеүек. Мәрхүмде иҫкә алып, рухына бағышлап саҙаҡа биреү, доғалар бағышлау ниәте бөтөнләй юҡ, тип әйтеп булмай, әммә хәйер таратыу – ҡайһы бер кешеләр өсөн ниндәйҙер гражданлыҡ бурысы үтәү һымағыраҡ була башланы, шикелле. Кеше ыңғайына мин дә шулайтырға тейешмен тигән ниәт өҫтөнөрәк булмаһа ине.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) һәр бер эш ниәткә бәйле тип өйрәтте (Әл-Бохари, 1). Был хәҙис әһәмиәте буйынса Ҡөръәндән һуң икенсе урында торған Әл-Бохари хәҙистәр йыйынтығы китабында 1-се итеп килтерелә. Ошоноң менән был хәҙистең динебеҙ, йәшәйешебеҙ өлкәһендә ни тиклем мөһим булыуы аңлашыла. Беҙ ҙә хәйер биреү мәсьәләһендә генә түгел, ғөмүмән, бөтә ғәмәлдәребеҙҙең дә ниәтенә иғтибар итергә тейешбеҙ.
Рыя – ҙур гонаһ
Аллаһ ризалығы өсөн түгел, маҡталыу, кешеләр алдында хәтәр булып күренер өсөн ҡылынған эште рыя тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ул турала: “Минең иң ҡурҡҡаным – һеҙҙең кесе ширк – рыя ҡылыуығыҙ”, тине. Унан һоранылар: “Йә, Аллаһ рәсүле, кесе ширк нимә була?” Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Изге эште кешеләр күрһен өсөн эшләү. Ҡиәмәт көнөндә әҙәмдәр үҙ эштәре өсөн бүләкләнгән ваҡытта Аллаһ Тәғәлә (рыя ҡылғандарға) әйтер: “Ғәмәлдәрегеҙҙе кемдәр күрһен өсөн ҡылдығыҙ – шуларға барығыҙ һәм күрерһегеҙ, улар һеҙгә берәй нәмә бирә алырмы-юҡмы!” (Әхмәт, 5/428-429).
Шуның өсөн бер ваҡытта ла кешеләргә ярар өсөн ниндәйҙер эш ҡылырға ярамай, хәйерҙе, Аллаһ ризалығы өсөн тип таратҡан хәлдә лә, Аллаһ ҡабул итһә ярар ине, тигән өмөт менән бирергә тейешбеҙҙер.
Таратҡандағы хәйере күпме, ниндәй күләмдә икәнен башҡалар белмәһен, күрмәһен өсөн ҡайһы бер кешеләр саҙаҡаны ҡулъяулыҡ, таҫтамал кеүек нәмәләргә төрөп бирә, сөнки, “йәшерен бирелгән саҙаҡа Аллаһ асыуын баҫа” тиелә бер хәҙистә (Ат-Табарани, “Әл-Мүғджәм ас-Сағыйр”, 2/95). Тағы ла саҙаҡаны башҡаларға күрһәтмәй биреүҙең сәбәбе, рыянан һаҡланыу сараһы булғандыр, сөнки күпме таратҡаның ҡулъяулыҡҡа, йәки башҡа нәмәгә төрмәйенсә, күрһәтеп бирелһә, быны башҡалар күрһендәр ҙә “йомарт икән!” тип әйтһендәр өсөн генә тарата тигәндән һаҡланғандар.
Аңлауығыҙса, дини мәжлестәрҙә ҡулъяулыҡ таратыуҙың билдәле бер сәбәптәре бар, әммә хәҙер был ғәмәл аңһыҙ рәүештә, ғәҙәткә ингән өсөн генә башҡарыла кеүек. Кеше “аятҡа” барып ҡулъяулыҡтар тотоп ҡайта, йыйылып китһә, икенсе ваҡыт саҡырылғанда шундағы кешеләргә бирә. Сауап тигән нәмә кемгәлер яҡшылыҡ эшләү, файҙалы нәмә биреүҙән хасил була тигәнде онота башланыҡ, буғай. Бер өйҙөң шифоньерынан икенсе өйҙөң шкафаны күсеп ятыусы ҡулъяулыҡтан кеше өсөн файҙа һәм сауаптар хасил булыуы бик икеле. Шикле икән, бәлки, аҡса таратыу яҡшыраҡтыр, сөнки аҡса – ул универсаль әйбер. Кеше ул аҡсаға теләһә ҡулъяулыҡ, теләһә икмәк һатып алырға мөмкин.
Өҫтәл тирәләй...
Дини мәжлескә йыйылғанда, ҡул сайҙырыу ҙа ҡайсаҡ ҙур бәхәс тыуҙыра. Табын хужалары ҡул таҙартыу өсөн ҡайһы берҙә еүеш салфетка бирә, кемдәрҙер таҫтамалдың бер осон һыулап кеше буйлап йөрөтөп сыға, кемдәрҙер, сауап алам тип, һәр ҡунаҡҡа ҡомған менән йөрөп ҡул сайҙыра, ә кемдәрҙер һәр береһенең ҡулйыуғысҡа барып гигиена талабы үтәүен һорай. Ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайһыныһы дөрөҫ түгел тиерһегеҙ?
Элек махсус ҡулйыуғыс, һыу ағыҙыусы крандар булмағанда, кешеләр ҡомған менән ҡул сайҙырған. Был ысул хәҙер ҙә уңышлы ҡулланыла. Тик был осраҡта ҡайһы бер шарттарҙы үтәү кәрәктер. Кешеләрҙе был ҡомған менән бәҙрәфтә йыуынғандармы йәки өҫтәлгә ҡуйылған был тасты бысраҡ мунса иҙәненә ултыртҡандармы икән тип уйландырып, ул-был яҡҡа һыу сәсрәтеп сикәндермәҫ өсөн ҡул сайҙырыуҙы өҫтәлдән ситтәрәк башҡарыу яҡшыраҡ булыр. Ә еүеш таҫтамал ысулының, минеңсә, ҡулланылмауы хәйерлерәк, сөнки бөтә кешенең бер таҫтамал менән һөртөнөүе гигиена күҙлегенән дөрөҫ түгел.Мәжлестәге кешеләр һаны күп булмағанда, һәр береһе ҡулйыуғысҡа барып ҡул сайһа ла була. Ҡайһы бер муллалар еүеш салфетканы өнәп етмәй, хатта спирт барлығына һылтанып бөтөнләй тыя. Ә, минеңсә, кеше күп саҡта был иң уңайлы, гигиена талаптарына тап килгән иң яҡшы ысул. Салфеткала спирт булған осраҡта ла уны бит кеше эсеү өсөн ҡулланмай, йәки унда спирт булмауы ла ихтимал.
Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?
Аят ашына барған һайын кешеләр йыш ҡына хәйерҙе ҡайһы яҡҡа башлап таратайым тигән һорау бирә. Кемдер тик сәғәт теле ыңғайына таратырға ҡушһа, кемдер, киреһенсә, сәғәт теленә ҡаршы йөрө, ти. Дөрөҫлөктә иһә был бөтөнләй мөһим түгел. Шулай ҙа урындағы халыҡтың йолаһын иҫәпкә алып, уларҙың тәртибенә буйһоноу кәрәктер. Әгәр белмәйһең икән, бәхәс тыуҙырмаҫ өсөн бер кемдән дә ҡайһы яҡҡа башлап бирәйем тип һорамайынса тарата башлау дөрөҫөрәк булыр. Ниндәй тарафҡа башлаһаң да был сауаптың кимәленә тәьҫир итмәй.
Саҙаҡаны һорап алалармы?
Ҡөрьән ашы мәжлесендә күп тапҡыр ошондай ҡағиҙә итеп алынған дежур һөйләм ишетергә мөмкин, имеш тә, кемгәлер хәйер бирергә онотолһа, саҙаҡаны һорап алыр кәрәк, тиҙәр. Был ҡағиҙә менән өлөшләтә килешергә мөмкин. Сөнки саҡырылыусыларҙың бөтәһенә лә таратылып, ә ысынлап та, саҙаҡаға мохтаж кешегә хәйер етмәй ҡалһа, бәлки, ул үҙе тураһында иҫләтеп, һорап алыуында бер ниндәй хилафлыҡ юҡтыр. Әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал: таратып йөрөүсе ихлас күңелдән мәрхүмгә ниәтләп, булған ғына тинлеген хәйер итеп тарата, әммә бер нисә кешегә еткерә алмай. Һәм шул мәлдә саҙаҡаға бөтөнләй мохтаж булмаған кеше, миңә бирмәнең тиһә – был әҙәпһеҙлектер. Һиңә ул саҙаҡа ныҡ кәрәкмәһә – еткерә тарата алмаған кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу, уны бурыслы итеү килешеп етмәгән эштер.
Хәйерҙе кем таратырға тейеш?
Кемдәрҙер саҙаҡаны тик йорт хужаһы таратһа яҡшыраҡ тип әйтә. Был фекер менән килешергә лә мөмкин, сөнки өй хужаһы йәки туғандары – мәрхүмгә иң яҡын кеше. Улар халыҡты саҡырып һыйлап, аят уҡыттырып, хәйер таратып, шул рәүешле сауаптар алып, мәрхүмдәрҙең рухтарын шатландырырға теләй. Шуның өсөн саҙаҡаны табынды ойошторған мәрхүмдең иң яҡын туғандары ғына таратһа, бәлки, яҡшыраҡтыр.
Юғиһә ҡайһы берәүҙәр ихлас ниәттәре булмаһа ла, йолаһы шулай тигәндән йәки был бер үҙе генә хәйер таратманы тимәһендәр тип, кеше һүҙенән ҡурҡҡан өсөн саҙаҡа өләшергә тотона. Әй, автор, һин кешенең нимә уйлағанын ҡайҙан беләһең, ниңә ихлас таратмай тип хөкөм сығараһың тиерһегеҙ, бәлки. Эйе, мин, ысынлап та, кешенең нимә уйлағанын, ниәтен белә алмайым. Ләкин ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре үк саҙаҡаның ихлас түгеллеген йәшермәй, ризаһыҙлыҡ менән генә башҡалар ыңғайына тарата, быны үҙегеҙ ҙә аңғарғаны барҙыр. Ихласһыҙ саҙаҡаның таратылмауы яҡшыраҡтыр. Ә әгәр ҙә инде кеше мәрхүмгә туған булмаһа ла, вафат булыусы дуҫын, күршеһен йәки ауылдашын хөрмәт итеп, уға бағышлап хәйер бирергә теләһә, бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш, тик таратҡан саҙаҡаһының ихлас күңелдән булыуы шарт.
Һүҙ аҙағында саҙаҡаны мәрхүмдең туғандары йәки ҙур теләге булған иң яҡындары таратһа һәйбәтерәк тигән һығымта яһарға мөмкин. Юғиһә йыш ҡына оҙаҡҡа һуҙылып киткән алыш-бирештең кешене ялҡытыуы ихтимал.
Саҙаҡа биреү – Аллаһы Тәғәлә әмере
Пәйғәмбәребеҙ ҙә (с.ғ.с.) хәҙистәренең береһендә: “Һәр кем саҙаҡа бирергә тейеш”, тип әйтте. Һәм шул мәл бер кеше: “Әгәр уның саҙаҡа бирергә бер нәмәһе лә булмаһа”, тип һорағас, пәйғәмбәр: “Ул ҡулдары менән хеҙмәт итеп, үҙенә файҙа килтерһен һәм саҙаҡа бирһен”, тип яуаплай. Шунан теге кеше: “Йә, Аллаһ рәсүле, әгәр ул быны ла эшләй алмаһа? ” – тигәс, бәйғәмбәребеҙ: “Ул яҡшылыҡҡа өндәһен”, тип әйтә. “Әгәр ул, хатта быны ла булдыра алмаһа” тигән һорауға, “Улай ҙа булдыра алмаһа, кеше насарлыҡ эшләүҙән тыйылһын һәм был уның өсөн хәйер-саҙаҡа биреүгә тиң буласаҡ”, тип әйтә (Мөслим, 1008).
Эйе, саҙаҡаны мәрхүмдәр өсөн генә түгел, ә Аллаһ ризалығына ирешеү ниәтенән үҙебеҙ өсөн дә бирергә тейешбеҙ, сөнки хәйер биреү аша алған сауаптарыбыҙ беҙҙе был донъяла бәләләрҙән ҡурсалауы йәки беҙгә шулар арҡылы ниндәйҙер ниғмәттәр бирелеүе, мал-мөлкәтебеҙ артыуы мөмкин, ә теге донъяла тамуҡта яныуҙан һаҡлауы ихтимал. Кеше саҙаҡа йөҙөнән мохтаждарға, мәҫәлән, янғындан зыян күреүсегә, ауырыу-сирлеләргә, бурысҡа батыусыға һәм башҡа кәрәкле урындарға ярҙам итһә, кеше үҙе лә изге эшенән ҡәнәғәтлек кисерер, йомартылығы аша уның абруй-дәрәжәһе лә артыр, иншә Аллаһ!
Мәҡәләнең авторы – Азат Көмөшбаев.