ЙӘМҒИӘТ
11 Апреля , 06:41

Күгәрсендәр ҡыуандырҙы!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды....

Күгәрсендәр ҡыуандырҙы!Күгәрсендәр ҡыуандырҙы!
Күгәрсендәр ҡыуандырҙы!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсының йомғаҡлау этабы аҙағына яҡынлаша - 10 апрелдә республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәре презентацияларҙы асыҡ яҡлау сараһында булды. Абруйлы баһалама төркөмө ағзалары - профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комитеты ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы.Беҙҙең Күгәрсен ауылы “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин етәкселегендәге делегация лайыҡлы сығыш яһаны һәм юғары баһа алды.

 

“Эре тораҡ пункттар” ноиүминацияһында түбәндәге ауылдар ҡатнаша:

ӘБЙӘЛИЛ районЫ Әбйәлил а.
Баймаҡ районы Мерәҫ а.
Бәләбәй районы Баженово а.
Балаҡатай районы Ҡарлыхан а.

Бөрө районы Калинники а
Дыуан районы Ярославка а.
Дүртөйлөрайоны Иҫке Байыш а.
Йылайыр  районы Матрай а.
Иглин районы Ивано-Казанка а.
Ҡырсмыҫҡалы  районы Һарт-шишмә а.
Күгәрсен районы Күгәрсен а.
Мәләүез районы Дарьино а.
Салауат районы Арҡауыл а.
Өфө районы Николаевка а.

 

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025 #ФСГОРБ

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөнән алынды. Фотограф - Рәмил Нафиҡов. 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас