ЙӘМҒИӘТ
11 Апреля , 17:29

Иремдән уңманым

Туйыбыҙ ресторанда үтте. Минең дә, Ирек яғынан да ҡунаҡтар байтаҡ йыйылды. Кейәүем туйҙа шампан шарабынан башланы, коньяк менән тамамланы. Минең иҫкәртеүҙәремә иғтибар итмәне. Туйҙың тәүге төнө өсөн беҙ отелдә махсус бүлмә заказлап ҡуйғайныҡ. Туйҙан һуң дуҫтары Иректе ике яҡлап тотоп, розалар һибелгән карауатҡа алып килде. Ул костюмын да сисмәйенсә ғырылдап йоҡлап китте. Мин, туй күлдәген кейгән килеш, иҫерек иремә ҡарап, тәүге тапҡыр ҡысҡырып иланым.

Туй күлдәге кейгән килеш, иҫерек иремә ҡарап, тәүге тапҡыр ҡысҡырып иланым.

Иремдән уңманым

(Уҡыусы тарихы, исемен атамауыбыҙҙы үтенде)

Мин иремде яратып кейәүгә сыҡтым кеүек ине. Был ысын яратыумы, әллә бәйлелекме – аңламайым. «Сибәр егет менән осрашаһың, ә матурҙарҙы ҡатын-ҡыҙҙар бик ярата», – тигәйне әсәйем. Мин ул саҡта ҡысҡырып көлөп кенә ҡуйғайным. Хәҙер уйлайым да, әсәйем һүҙҙәрендә хаҡлыҡ булған икән, тип һығымта яһайым. Яратыуым арҡаһында Иректең насар яҡтарын күрмәгәнмен, бәлки, күрергә теләмәгәнмендер. Ул үҙен генә яратҡан эгоист, баш бирмәҫ дуамал ине. Бынан тыш, дуҫтары бик күп, байрам артынан байрам. Дуҫтар күп булғас, сәбәп тә һәр саҡ табыла. Егет менән ҡыҙ сағында быға иғтибар итмәйһең. Әлбиттә, Иреккә ҡыҙҙарҙың иғтибарын һиҙҙем. Әммә был мине борсоманы, киреһенсә, уның башҡаларҙы түгел, мине һайлауы күңелемдә ғорурлыҡ тыуҙыра ине.

Туй алдынан әсәйем минең менән тағы бер тапҡыр һөйләште. «Уйлап ҡара, ҡыҙым, тормош бик ҡатмарлы. Иректең атаһы ла эсергә бик яратҡан, тиҙәр. Ҡатынын гел йәберләгән. Шул йәберләүҙәргә түҙмәй, ауырыуҙарға бирелеп, яҡты донъянан киткән, тиҙәр. Был хаҡта уртаҡ таныштарыбыҙ һөйләне», – тине ул. Әммә был һүҙҙәргә иғтибар итмәнем.

Туйыбыҙ ресторанда үтте. Минең дә, Ирек яғынан да ҡунаҡтар байтаҡ йыйылды. Кейәүем туйҙа шампан шарабынан башланы, коньяк менән тамамланы. Минең иҫкәртеүҙәремә иғтибар итмәне. Туйҙың тәүге төнө өсөн беҙ отелдә махсус бүлмә заказлап ҡуйғайныҡ. Туйҙан һуң дуҫтары Иректе ике яҡлап тотоп, розалар һибелгән карауатҡа алып килде. Ул костюмын да сисмәйенсә ғырылдап йоҡлап китте. Мин, туй күлдәген кейгән килеш, иҫерек иремә ҡарап, тәүге тапҡыр ҡысҡырып иланым.

Ғаилә тормошо башланғас та ирем үҙгәрмәне. Мәжлестәр дауам итте. Был байрамдарҙа ҡатындар ҙа ирҙәре менән бер кимәлдә эсәләр ине. Хатта мине лә ҡыҫтайҙар. «Ирек мулла ҡыҙына өйләнгән», – тип әйтеп ҡуйҙы бер дуҫы, минең эсмәй ултырыуымды күргәс. Был һүҙҙәрҙән барыһы ла шарҡылдап көлдө. Был хәл миңә бик ауыр тейҙе, бигерәк тә иремдең мине яҡлап бер һүҙ ҙә әйтмәүенә аптырандым.

Туйҙан һуң ғына күҙҙәрем асыла башланы кеүек. Балабыҙҙы ла алдан уйлап, эсмәйенсә донъяға килтергем килде. Әммә ирем мине ишетмәне. Эштән һәр ваҡыт һуң ҡайта, ҡайҙа булғанын, ни эшләгәнен аңлатмай. Исереп ҡайтҡас, тауыш сығара, юҡ-барға бәйләнә. Бер нисә тапҡыр ҡул да күтәрҙе. Мин барыһына ла түҙеп йәшәйем. Айырылып китеүгә көсөм етмәй. Бала тыуыуы ла иремде үҙгәртмәне.

Финанс яғынан ауырлыҡ кисермәйбеҙ. Әммә ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙемде бәхетле итеп тоймайым. Инде нисә тапҡыр асыҡ һөйләшергә тырышып ҡараным, әммә килеп сыҡманы. Иремдең һөйәркәһе барлығын һиҙәм. Киләсәгем, балаларымдың киләсәге өсөн борсолам.

Ҡыҙҙарға кәңәш биргем килә: тормош иптәше һайлағанда хистәргә генә бирелеп, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ. Һеҙҙе яратып, хөрмәт итеп йәшәрҙәй кеше һайларға тырышығыҙ.

Сөембикә. Фәғилә Шакирова.

Автор:
Читайте нас