

1960 йылдың декабрендә Аҙнағол ауылында донъяға килгән ул. Туғандары менән бер рәттән бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып, булдыҡлы егет булып үҫә. Уҡыуға ла тырыш була, Аҙнағол, Теләүембәт мәктәптәрен тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһында монтажсы һөнәрен үҙләштерә.
1979 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1981 йылдың көҙөндә тыуған яғына ҡайтҡан йәш һалдат Күмертау ҡалаһының “Искра” заводына эшкә инә. Әммә унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға, ағаһы фажиғәле вафат булғас, ата-әсәһенә терәк булыу маҡсатында тыуған ауылына күсеп ҡайта.
“Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында 21 йыл келәт мөдире булып эшләй. Күмәк хужалыҡ тарҡалғас та баҙап ҡалмай уҙаман, ике йыл Теләүембәт мәктәбе ҡаҙанлығында оператор булып эшләй. Хат ташыусы урыны бушап, был вазифаны тәҡдим иткәс, бар тырышлығын һалып яңы эшкә тотона.
Бына инде ике тиҫтә йылға яҡын был эшен яратып, халыҡ менән уртаҡ тел табып башҡара Сәйфулла ағай. Гәзиттә эшләүселәрҙең уң ҡулы булып тора, тип әйтһәк тә, һис тә арттырыу түгел: ул һәр ваҡыт эшен намыҫ менән башҡара, үҙенә һалынған йөкләмәне бер йыл да үтәмәй ҡалғаны юҡ. Үҙе хеҙмәтләндергән Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып ауылдары, Чернигов утары халҡына гәзит-журналдарҙың һәр һанын теүәл итеп, ваҡытында алып барып тапшыра. Башҡа ауылдарҙа хат ташыусы булмай торһа, ундағы халыҡты ваҡытлы баҫмаларға яҙҙырыуҙа ла ихлас ярҙам итә.
Бер ҡанаты – яратҡан эше, икенсе ҡанаты – ғаиләһе
Матур, күркәм, татыу ғаилә башлығы ла ул Сәйфулла ағай! Уның тоғро тормош юлдашы, уң ҡанаты Рәзилә апай I Дәүләтҡол ауылы ҡыҙы.1982 йылдың авгусында матур туй уҙғаралар.
Ғаиләләрен йәмләп, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Кинйәбулатовтарҙың яратып-һөйөп үҫтергән ул-ҡыҙҙары күптән инде ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, өсөһө лә Салауат ҡалаһында төпләнгән: Әлфрид тормош иптәше Эльмира менән Диана, Йәсминә, Саян исемле өс бала үҫтерә, шәхси компанияла эшләй; Нурсилә Себер тарафтарында тир түгә; Рәсилә Рамаҙан, Ибраһим исемле ике улға ғүмер биргән, тормош иптәше Радмир менән бергә эшҡыуарлыҡлыҡ менән шөғөлләнә.
Тынғыһыҙлыҡ уның булмышы
Ағым ыңғайына ғына йөҙә торған, эшем бар бит әле, аҙмы-күпме эш хаҡы килеп тора, тип булғанына ғына риза булып ята торған кеше түгел ул Сәйфулла ағай. Бынан 20 йыл самаһы элек тынғыһыҙ булмышына тап килгән эшкә – умартасылыҡҡа ныҡлап тотона.
Ҡорт аҫрап, яҡшы килем алам тиһәң, үҙеңә лә бал ҡортондай егәрле булырға кәрәк икәнлеген һәр умартасы раҫлар! Ысынлап та, миҙгел ваҡытында иртә таңдан ҡара кискә тиклем нәҙекәй билдәр менән мәж килергә тура килә хәҙер инде атаҡлы умартасыға. Был тынғыһыҙ эштә, әлбиттә, уның иң ҙур ярҙамсыһы – Рәзилә апай.
Ишемтәгә ҡушымта тип, байтаҡ йылдар ишле мал да аҫрай Кинйәбулатовтар. Һуңғы йылдарҙа малдарын бер аҙ кәметһәләр ҙә, мәшәҡәттәре һис кәмемәгән. Хужабикә йыл да күпләп сәскә, йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, ғаилә башлығы, үрҙә әйтеп үткәнебеҙсә, мең мәшәҡәттәргә сумған...
Власть менән халыҡ араһын тоташтырыусы сылбыр...
Аҙнағол ауылы старостаһы ла ул.
- Әлеге көндә ауылдағы 49 өйҙә кеше йәшәй. Шул йорттарҙың 20-һендә йәшәүселәр дин юлында. Был бит бик үҙенсәлекле күренеш! Үҙебеҙҙә мәсет юҡ саҡта йома намаҙына хатта Мораҡ мәсетенә йөрөүселәр булды. Быйыл 30-ға яҡын өйҙә ураҙа тоттолар. Йома намаҙына 12-13 кеше йөрөй, Дауыт-Ҡайып мәсетенә барыусылар ҙа бар. Шуныһы ҡыуаныслы – мәсетебеҙҙә биш тапҡыр аҙан әйтелеп, намаҙ уҡылып тора.
Ауылыбыҙ күрке булып торған иман йортон сафҡа индереүҙә, зыяратты кәртәләүҙә һәм башҡа сараларҙа матди ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙ Илшат һәм Илдус Сәлиховтарға, Салауат Кинйәбулатовҡа рәхмәттәрем ҙур.
Ғөмүмән алғанда, ауылым менән һәр саҡ ғорурланам, ауылдаштарымды хөрмәт итәм. Бик тырыш, әүҙем ғаиләләр күп: Айгөл һәм Рифат Сәлиховтар, Айгөл һәм Фәрғәт Иҙелбаевтар, Вәсилә Рҫмөхәмәтова, Рәзилә һәм Рифат Рҫмөхәмәтовтар, Лилиә һәм Урал Сәлиховтар, Ләйсән һәм Илнур Сәлиховтар, Зөлфиә һәм Шәрифйән Кинйәбулатовтар һ.б. Күптәр эш юҡ тип тормай, мал аҫрай, һөт-ҡаймаҡ һата, баҡса үҫтерә, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, ир-егеттәр Себер тарафтарына йөрөп эшләй, - ти шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйсә, дөйөм мәнфәғәттәр өсөн янып йөрөүсе староста.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы варианты - гәзиттә.