– Эй, галушлы һылыу, яңғыҙың яр буйында юрғалап, ни эш ҡыйратып йөрөйһөң? Ә мин бына йәш кәләш ҡуйынында ирейем, ха-ха…
Ирен осратырмын тип уйламағайны Илүсә. Аяғына иҫке генә галуш эләктереп, тубығы сыҡҡан трикола, һуҙылған футболкала яр буйлап, ҡайтмаған ҡаҙҙарын ҡыуып булаша ине. Ә Рәфил буяуға батҡан бер бисә ишаратын етәкләп, йылға буйына төшөп бара. Һыу инмәкселәрҙер. Икеһе лә үҙҙәренсә бәхетле күренә, йылмайышҡан була биғәләштәр.
Эй, рәнйене иренә Илүсә. Нисәмә йыл бер түшәк бүлешкән, сәскә кеүек өс ҡыҙ үҫтергән иргенәһе бер һепертке алдында һине түбәнһетһен әле. Ярай, ташлап та сығып китһен, ти, инде. Ә осраған һайын бысраҡ бәрергә ниндәй зыян эшләне һуң әле Илүсә