

Сираттағы тикшеренеү ваҡытында Американың Вирджиния университеты белгестәре көтөлмәгән һығымталарға килгән. Улар әйтеүенсә, интеллектуаль мөмкинлектәр үҫешенең иң юғары нөктәһе 22 йәшкә тура килә. Ә 27 йәштән һуң мейе “ҡартая” башлай.
*Әлморон, ҡарағат, ҡара миләш һәм һырғанаҡ ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, тиҙәр. Улар Р витаминына (рутинға) бай, ҡан тамырҙарының һәм капиллярҙарҙың тонусын күтәрергә ярҙам итә. Файҙалы үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем һаҡлар өсөн еләктәрҙе сей килеш ҡулланырға кәңәш ителә.
*Кеше тәненең иң ауыр һөйәге - яңаҡ һөйәге. *Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төшөнкөлөккә бирелгән кешеләр йоғошло ауырыуҙарға йышыраҡ бирешеүсән. Был стрестың һәм кире хис-тойғоларҙың иммун системаһын көсһөҙләндерә алыуына бәйле.
*Аортаның диаметры баҡса шлангыһының диаметрына тиң тиерлек.
*Ашҡаҙанда булған кислота ҡырына торған лезвиеларҙы ла эретә ала.