ЙӘМҒИӘТ
9 Апреля , 11:35

Күгәрсен - таланттар төйәге

Был аҙнала районда “Ғаилә берҙәмлеге - халыҡ берҙәмлеге” тип аталған фестиваль-марафон башланды.

Күгәрсен - таланттар төйәгеКүгәрсен - таланттар төйәге
Күгәрсен - таланттар төйәге

Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, район мәҙәниәт һарайы һәм ауыл биләмәләре ойошторған, Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған мәҙәни сарала ауыл биләмәләре үҙешмәкәрҙәре ҡатнаша.

  Фестиваль-марафон аҙнаның тәүге эш көнөндә Теләүембәт ауыл биләмәһендә старт алды. Бер нисә тораҡ пункттан торған биләмә вәкилдәре баһалама төркөмөнә һәм тамашасыларға тәү сиратта бай күргәҙмәләр тәҡдим итте.

Сараның төп өлөшөндә Теләүембәт  ауыл биләмәһе башлығы Булат Ҡаразбаев залдағыларҙы ихлас сәләмләне һәм район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән “Ғаилә берҙәмлеге – халыҡ берҙәмлеге” фестиваль- марафонының күсмә шдандартын ҡабул итеп алды.

Сараны ойоштороусылар  матур йолаларҙы сәхнәләштереүгә етди иғтибар бүлгән. Тәүәкән күп тармаҡлы ауыл клубының “Сәңкем” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Гөлдәр Әбдрәхимова), мәҫәлән, “килен төшөрҙө”.  Аҙнағол ауылының “Әхирәттәр” төркөмө лә “Уятайыҡ йолаларҙы”, “Минең ғаиләм” тип аталған сығыштар аша ғаиләнең кеше тормошонда ни тиклем ҙур урын биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Махсус хәрби операция яугирҙарының, ауыл биләмәһенең йәш, күмәк балалы, туғанлыҡ менән берҙәм булған ғаиләләренең – Ташбулатовтарҙың, Киленбаевтарҙың, Ҡаразбаевтарҙың, Ҡарабаевтарҙың, Әбдрәхимовтарҙың күмәкләп сәхнәгә сығыуы бик тулҡынландырғыс, матур күренеш булды. Үҙешмәкәрҙәрҙең дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре шулай уҡ залда ултырыусы һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер!

 Бер тынала үткән концерттан һуң теләүембәттәр фестиваль- марафон штандартын Чапаев ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

***

 Чапаев ауыл биләмәһе, билдәле булыуынса, бары тик бер генә ауылдан - Подгорныйҙан ғына тора. Шулай ҙа улар мәҙәни сараға етди әҙерләнгән. Теләүембәттәр кеүек үк баһалама төркөмөн ишектән үк дәртле-йыр моң менән ҡаршы алғандан һуң, ауылға һәм уның уңғандарына арналған күргәҙмә менән таныштырҙылар.

 Улар әҙерләгән концерт та үҙенең йөкмәткеһе менән күңелде арбаны. Тар ғына сәхнәне лә яландай иркен күреп, ихлас сығыш яһанылар улар! 

 Сара аҙағында Чапаев ауыл биләмәһе башлығы Любовь Назарованан фестиваль-марафондың күсмә штандартын Күгәрсен ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәрипов ҡабул итеп алды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас