

Ҡайын һыуында организм өсөн файҙалы матдәләр бик күп. “Уның составында эфир майҙары, фитонцидтар, сапониндар, дуплаусы матдәләр һәм глюкоза бар. Организмдың нормаль эшләүе өсөн кәрәкле органик кислоталар – лимон, һөт һәм алма кислоталары айырыуса ҡиммәтле. Ҡайын һыуында булған тәбиғи антисептик һәм кератолитик тире ҡатламын тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Был эсемлек күп ауырыуҙарҙан дауа тиергә лә була. Мәҫәлән, йоҡлай алмаған, ҡуҙғыусан кешеләр ҡайын һутын эсеп, еңеллек таба ала. Ҡайын һуты аритмия, атеросклероз һәм гипертония кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы проблемаларынан да ярҙам итә. Ул терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары - артрит, радикулит, остеоартроз ваҡытында ла һөҙөмтәле. Хроник бауыр ауырыуҙары, эс ҡатыу һәм гипоацидлы гастрит менән сирләгән пациенттар ҙа уны ҡулланыуҙың ыңғай һөҙөмтәһен билдәләй. Эсемлек йөрәк һәм бөйөр шешеүен бөтөрөүгә булышлыҡ итә, баш ауыртыуы һәм мигрень ваҡытында хәлде еңеләйтә. Бынан тыш, ул периферик ҡан әйләнеше боҙолоуы, нейропатия, эндокрин ауырыуҙар, төрлө ағыуланыуҙар һәм респиратор проблемалар, шул иҫәптән бронхит һәм пневмония ваҡытында файҙалы”, - тиҙәр белгестәр.
Шуныһын да иҫтә тотоу фарыз: башҡа продукттар кеүек үк, ҡайын һуты ҡайһы бер кешеләргә ярамауы ихтимал.
“Ул аллергияһы булғандарҙа, бигерәк тә поллиноздан яфаланғандарҙа, киҫкенләшеүгә килтерә ала, сөнки ҡайын иң көслө аллергендарҙың береһе тип һанала. Был ағастың һеркәһенә аллергик реакция булғанда хәлде нормалләштереү өсөн айырым осраҡта антигистамин препараттарын өҫтәмә ҡулланыу кәрәк булыр. Астма менән сирләгән кешеләргә лә был тәбиғи эсемлекте ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтергә кәрәк. Бынан тыш, ҡайын һутында булған органик кислоталар ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен ярһыта ала, был йыш ҡына язва ауырыуы йәки гастрит киҫкенләшеүе менән сирләгән пациенттарҙың ашҡаҙанында киҫкен ауыртыу тыуҙыра.
Ҡайын һуты еңелсә диуретик эффектҡа эйә, был бәүел-таш ауырыуында таш хәрәкәтен тыуҙырыуы ихтимал” тип иҫкәртә табиптар.