Ҡанлы йәкшәмбе...Хикәйә.
Тәүге бүлек.
...Ҡанлы йәкшәмбе булды кисәге көн. Ысын мәғәнәһендә ҡанлы йәкшәмбе. Ивановка ауылы эргәһендә ҡаты алыштар барҙы.
- Ыһ,ҡулдың һыҙлауы, әҙ генә булһа ла кәмемәҫ микән ней? Сит ил уколы тип маҡтай-маҡтай шәфҡәт туташы һалып киткәйне лә һуң. Бысранып бөткән сәстәрен һыйпап,бирешмә һалдат тине.
Нәзир ауыртыуына сыҙай алмай башын күтәрә биреп тирә-яғын ҡараштырып сыҡты. Коридорҙа ята икән, буйы менән карауаттар һуҙылған. Хлор еҫе менән ҡаты тир һауаһы ҡушылған. Сама менән әле төш ваҡыты, ә тирә-яҡ нишләптер ҡараңғы.Электр уты һүрән генә уң яҡ мөйөштә яна шикелле.
Ҡаты яраланып хәрби госпитәлгә эләкте кисә Луганск ҡалаһына. Ғүмере бөтмәгән балаҡайымдың тип әйтер ине Зәйнәп өләсәһе. "Егеттәр! Мин бында, мине онотмағыҙ."-тип кенә әйтеп өлгөрҙе яуҙаштарына һәм иҫен юғалтты. Аңына килгәндә хәрби госпителдә һәм операциянан һуң ине. Аяҡтарын врачтар ҡотҡарған ,ә бына һул ҡулы төптән өҙөлгән тинеләр. Күҙе менән күрә һул ҡул яғы буш икәнен, сөнки киң генә күлдәк һыңары һәлберәгән. Ләкин ҡулы бар һымаҡ. Ышанаһы килмәй. Бармаҡтары өҙөлөп һыҙлаған кеүек,урманда ике аҙнанан артыҡ ҡамаулыҡта ятҡас,тырнаҡтары ла еткән ине. - Их,һабынлап йыуып, таҙарынып алырға тип уйлап алды. Төптән шаҡырайтып тырнаҡтарын киҫергә. Һиҙә бит һул ҡулын, һиҙә. Ағас ботағы һыҙырып,бәләкәй бармағы сейләнгән ине. Медротанан Дмитрий атлы егет пантенол тигән мазь биреп йүнәлә генә башлаған саҡта...
- Их,ҡулым..Нисек ҡабул итергә был хәлемде?..Бер төн-көн эсендә ниндәй кисерештәр..Бер кешегә бик күп һәм ауыр. Шуныһы һәйбәт:бөтәһе лә артта ҡалды,үҙе иҫән ҡалды.
Йәше буйынса мобилизацияға эләкмәне Нәзир, илле йәшенә атлай. Әрме сафында Чечня һуғышында булды,ғүмере буйы спорт менән дуҫ,тик алманылар. Икенсе тулҡын һалдат булып, үҙ ирке менән китте. Ошо көнгәсә бик күп алыштарға сыҡты,яраланған яуҙаштарына ярҙам итте. Егеттәрҙең һыҙлау-әрнеүҙәрен хәҙер үҙ башы менән үткәрә.Нисек икән хәлдәре дуҫтарының? Үтәп ҡайта торған хәрби мәсьәлә килеп сыҡты микән? Ауыр уйҙары менән йоҡомһорап серемгә китте һалдат.
- Бөркөттәр,тороғоҙ. Киске аш ваҡыты етте.Тәмле борсаҡ ашы бөгөн. Дөгө бутҡаһы. Әйҙәгеҙ,әле,егеттәр! Атлай алғандар үҙҙәре ашханаға йүгерә ,кемдәр тора алмай , үҙебеҙ ашатасаҡбыҙ. Волонтер ҡыҙҙарҙың береһенең тауышы яғымлы ғына , шаян итеп ишетелде.Волонтәр икәнлектәрен алдараҡ ишетеп ятты ул. Коридор иҙәндәрен иртәнсәк йыуып сыҡтылар. Һуңынан башҡа хәрби дауаханаларға оҙатылған һалдаттарҙың бысранған түшәк-яраҡтарын алмаштырҙылар. Мәш килеп йүгерҙеләр.
Атаҡ,башҡортса һөйләшәләр түгелме? Нәзир урынынан ҡалҡына биреберәк ҡуйҙы. Тыумышына, асылына таныш туған башҡорт теле. "Апай, апай,ҡыҙҙар! Мин , Башҡортостандан. Килегеҙ әле,минең яныма."- тип өндәште ҡыйыуһыҙ ғына.
Икенсе бүлек.
"Был минуттарҙың да килеп етер сағы етте икән!". Римма ышанманы әле тәүҙә был хәбәргә.
- Һеҙ,тикшереүҙе үттегеҙ,эш урынығыҙҙан ыңғай баһалама бирҙеләр. Шунса көнгә юлға әҙерләнегеҙ. - Ҡалғаны һуңынан тип телефон шымып ҡалды кире яҡта. Ике ай көттө был хәбәрҙе , эш араһында яуап бирмәгән шалтыратыуҙар күҙ уңынан ысҡынманы. Телефон тикшереп хәле бөттө. Ниһәйәт,ыңғай яуап.
Илебеҙҙә кисектереп ҡала алмаҫлыҡ махсус хәрби операция башланғас халыҡ баҙап ҡалды. Әммә,оҙаҡҡа түгел. Мобилизацияланып һәм үҙ ирке менән яуға киткән ватандаштарына көслө елкәһен ҡуйҙы.Кемдең улы,атаһы киткән ,посылкалар һалды ҫатын-ҡыҙҙар. Хаттарҙа йылы һүҙен йәлләмәне. Тәүге үлем хәбәрҙәре һәм цинк табуттар ҡайта башлағас быуындар хәлһеҙләнде инде. Ошо минуттарҙа барса халыҡ тағыла ҡыҙыуыраҡ берләште. Шуның улы батырҙарса вафат булған, кемдең кейәүе, тормош иптәше ... Ауыр хәбәрҙәр тәҙрә сиртте.
Тик халыҡ баҙап ҡалманы. Төрлөсә үҙ ярҙамын ҡушып торҙо.Айырыуса ауыл халҡы йомарт. Бер-бер артлы тыуған тупраҡтың шифалы үләндәрен,ҡайнатмаларын,бауырһаҡтарын,йөн ойоҡбаштарын оҙатты. Интернет селтәрендә Римма нисектер белдереү күреп ҡалды.Луганск дауаханаларына ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар йыялар икән.Күңел йылыһын,йөрәк көсөн һалдаттарға йәлләмәгән ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙе.
Йөрәк ҡушыуы менән юлға йыйыныу башланды. Эштән ебәрмәй йонсоттолар. Ҡурҡмайһыңмы? Снарядтар, бомбалар төшөп ярылмаһала, һуғыш барған тарафҡа юл тотаһың. Беҙҙең миссия бында,тыныс тормошта. Уҡыусыларыңды онотма,сығарма башыңдан.Һәр кем үҙенсә тартҡыланы.Кемдер хуплап, ярҙам йыйыуҙа ҡатнашты.Әммә,артҡа юл юҡ ине.Өйҙәгеләр нисектер тыныс ҡабул итте. Өйрәнеп бөткәндәр,сөнки ирекмәнлек эше менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнә.Күп осраҡтар булды, төнөн ,кисен сығып китәһең. Башланған эште тамамламай ташлап булмай.
"Апай,апай,ҡыҙҙар!Мин,Башҡортостандан.Килегеҙ,минең яныма. "Атаҡ! Эй,йөрәккәйем,үҙебеҙҙеке бит...Хәлһеҙ генә тауыш сыҡҡан яҡҡа уҡтай атылды . Артынан Гүзәл,шулай уҡ ирекмән ҡыҙ ул. Госпиталдең ҡараңғы ғына коридорҙың уң яҡ мөйөшөнән килә ине тауыш .Ағас тахта - карауаттың ситенә барып етеп һалдаттың күҙҙәренә ҡараны. Танышы йә булмаһа яҡташы түгелме?
- Сәләм,һалдат. Беҙ,бында, беҙ бында. Барыһы ла һәйбәт булыр. Исемең кем, батырым?
Ирекмән ҡатындың тауышы күңеленә дауа булып яңғыраны.Бер ҡайсан уйламаған ине, туған теленең шундай ҡәҙерле икәнен. Хатта,тәмле! Ә бында,әлеге минутта ошо тере тауыш "аяҡҡа баҫыу,терелеү" булып яңғыраны Нәзиргә. Бирешмә,малай! Сит - ят ерҙә,бик күп ауырлыҡтар үткәргән саҡта,башыңды юғары күтәреп,бирешмә һин тигән күңел тауышы "маяҡ" булып яңғыраны.
Өсөнсө бүлек.
Юлға әҙерләнеү мәшәҡәттәрен яйға һалып юлға сыҡтылар ҡыҙҙар. Һәр кемеһе төрлө йәштә,эшләгән урындары айырылып тора. Тик уйҙары теүәл, хәрби дауаханала һалдаттарға ярҙам итеү, шөфҡәт туташтарына ҡул һуҙыу. Газель тәҙрәһе аша күҙәтеп бара торғас Башҡортостандан менән ара алыҫлашты. Ниндәйҙер тәндә ҡурҡыныс ҡалтырау килеп сыҡты шом һалып.Икенсе яҡтан шатлығының сиге юҡ.Артҡа боролорға уйың юҡмы тип кемдер һорап ҡуйҙы. Римма "юҡ" тигәнде ымлап баш һелкте.Был минуттарҙа тәрән тынлыҡ менән Луганскийға яҡынлаған ҡыҙҙар уйсан ине. Һиҙгер йөрәге менән :- Һаумы,Луганск! Һаумыһығыҙ,һалдаттар тип эстән генә сәләмләне.
...Ярты сәғәттән киске аш.Гуманитар ярҙам булып килгән төмлекәстәрҙе өҫтәлдәргә бүлеп ҡуйырға кәрәк. Һалдаттарға танһыҡ улар! Ике аҙналыҡ вахта осоронда һуҙып еткерергә кәрәк.Дауаханаға килгәс,ирекмәндәрҙе этаждар буйлап икешәр итеп бүлеп эш урынына тәғәйенләнеләр. Һалдаттарға таҙа кейемдәрен кейергә ярҙам итеү,йыуынырға алып барыу көндәлек ярҙам булды. Бына һуңғы эш көндәре яҡынлаша.Теге остан тамамлап простыняларҙы алмаштырайыҡ тип һөйләшеп торғанда ишетелде инде.. "Апай,апай,ҡыҙҙар!Мин,Башҡортостандан.Килегеҙ,минең яныма. Бер ситтә иҫе китеп Гүзәл тора аптырап ҡарап. Күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәшләнгән. -Ух,үҙебеҙҙеке бит Гүзәл!
Нәзир ауыр хәлдә ине.Биттәре ярылған,яҙғы ҡояш ҡыҙҙырғанмы,йә булмаһа йүнләп йыуынмаулыҡ шул хәлгә килтергән? Йөҙ һыҙаттары матур,үҙ карауатында оҙон ғына булып һуҙылып ята. Бер ҡулы төптән юҡ икәне күренә,сөнки одеяло менән ябылмаған,буш күлдәк һыңары салына. Уң ҡулы ла шулай уҡ гипста.Һалдатыбыҙҙы баштан-вяҡ тикшергәнсе, һүҙ башлап та ебәрҙек.Нисәнсе йыл,нисек үҙ теләге менән һуғышҡа килгән ,үҙ хәбәрен теҙҙе яугир.Ауыл мәктәбен тамамлап,ҡалаға сварщик эшенә уҡыр сыҡҡан.Һуңынан Стәрлетамаҡ заводында эш башлап,дөйөм ятаҡтан бүлмә алыуғала ирешкән.Чечня һуғышына әрме сафында алына. Ғөмүмән,бер мең туғыҙ йөҙ етмеш алтынсы йылғылар эләгә был болғанышҡа.Хеҙмәт итеп ҡайтҡас район тарафынан бушлай ер хәстәрләп өй һала башлай.Ул осор йәштәрҙең,Нәзир әйтмешләй,"типичный формат" йәшәйеше.
Өйләнмәгән икән. Шулай килеп сыҡты инде тип көлөмһөрәп ҡуйҙы. Шулай,никах көнө-үлем менән бер-тип әйтер ине боронғолар.Силәгенә күрә-ҡапҡасы табылыр тип шаяртып алды ҡыҙҙар.
Дүртенсе бүлек.
Нәзирҙең хәлдәре бик үк яҡшырманы. Ҡаты яраларынан тыш, еңелсә баш контузияһы,тәне буйлап үтеп ингән пуля ярсыҡтары барлығы билгеле булды. Киләһе икө көн,йәнәш ике операция үткәрҙе. Утлы ярсыҡтарған таҙарттылар,өҙөлгән ҡулын таҙартып, күҙәтеп торҡо шәфҡәт туташтары. Әйтергә кәрәк, ирекмән ҡыҙҙар тән яраларын таҙартыу бүлмәһендә лә ярҙам иттеләр.Ғөмүмән,бындай хәрби госпителдәрҙә бер минут буш ваҡытың юҡ. Ҡайҙа ҡулыңдан эш килә,йүгерәһең дә, йүгерәһең.
-Ҡыҙҙар,мин бөгөн икенсе дауаханаға. Реабилитация менән бергәләп алып барылған дауалау госпиталенә юлланам. Ярты сәғәттән юлға.Ашатып-эсереп, әсәйҙәрсә тәрбиәләгәнегеҙгә ҙур рәхмәт. Нәзирҙең күҙҙәре дымланды. Йәһәннәм йырағы сит ерҙә,ошо ҡыҙҙар иң ҡәҙерле кеше, күңел дауаһы булдылар бит.
Ошо минутта, Римманың йөрәге дөпөлдәгәнен барса ғәләм ишеткәндәй.Тегенән-бынан йыйыштырылған күстәнәстәр әҙер. Юл тоҡсайына хәҙер һалыр.Гүҙәл һыҡтап илап ебәрҙе. Күңел торошо менән бер туғандай булып өйрәнеп киттек шул. — Иламағыҙ,ҡыҙҙар.Кәрәген бирербеҙ әле тағын. Ҡайҙан беләһең, бәлки кире һуғышҡа китермен. Ярҙамым тейер ине әле. Их,дуҫтарым бит анда.Нәзир яңынан карауат ситенә ултырҙы,һау ҡулы менән башын тотто.Госпителдән һуң, ауылға ҡайтам инде. Туған-тыумасаны күрәм дә, йәнә фронтҡа. Санитар ир килеп еткәнсе, яугир һөйләнде лә һөйләнде,беҙ шым торҙоҡ. Нимә әйтәйек? Иҫән генә бул,батырыбыҙ.
Беҙҙең алда батыр яугир ине. Ауырыу хәлен аңлаһала дуҫтарын һөйләй.һыҙланыуына баш була белә, уйҙары батыр һәм ғорур.
Ә,беҙҙең бурыс ябай. Эргәһендә булырға, тыңларға,ярҙам итергә. Бөркөт ир-ат иламай, бары тик яңы маҡсаттар ҡуя. Бер мәл генә шундай хәл булды . Ысын ир-егеттең барлығын күрҙе ҡыҙҙар.Һуғыш ваҡытында ир-егеттәр сая ,ҡыйыу һәм көслө рухлы булып үҫешәләр икән.
Нәзир.....Нәзир,бик һәйбәт кеше ине тормошта тине туғандары һуңынан. Мандып китә алманы шул йәрәхәттәренән. Ошо осрашыу йөрәкте һыҙа ғына....
Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова. Өфө-Луганск.