Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Апрель , 16:00

Ошоно ашаһаң, 100-гә тиклем йәшәрһең...

“Ҡыҙым, ошо ҡушылманы көн дә аша һәм йөҙгәсә йәшәрһең”, – тип әйтер ине таныш инәй. Ысынлап та, үҙе йөҙгәсә йәшәне. “Миңә табиптар һеҙҙең ҡан тамырҙарына 30 йәшлектәр ҙә көнләшерлек тип әйтә”, – тиеүе лә иҫтә.

💯Был тәмле ҡушылма организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартып ҡына ҡалмайынса, бауырҙың эшмәкәрлеген дә яҡшырта, иммунитетты көсәйтә.

 

💯Шулай итеп, 100-әр грамм грек сәтләүеге һәм күрәгәне ваҡлайбыҙ, дүрт тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың һутын һығабыҙ, бер аш ҡалағы бал һәм бер аш ҡалағы зәйтүн майы өҫтәйбеҙ.

 

❗Белеүебеҙсә, грек сәтләүеге ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан йөрөшөн яҡшырта, күрәгә ҡан баҫымын рәтләй, һарымһаҡ тромбтар барлыҡҡа килеүгә ҡаршы көрәшә, лимон ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта, бал иммунитетты нығыта, зәйтүн майы насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә.

 

❗Ошо ҡатнашманы бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашайбыҙ. Йыл дауамында бер нисә тапҡыр ашап, организмды нығытып, витаминдарға байытып алырға кәңәш ителә.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим

Автор:
Читайте нас