Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель , 11:59

Бокс – тик көслөләр, ҡоростай рухлылар өсөн

Мораҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өс көн дауам иткән, махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән хөрмәтле яҡташыбыҙ – Олег Павловичтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған бокс турнирынан алған тәьҫораттарҙы ябай һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ та түгел. Мәләүез, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Оренбург, Ырымбур өлкәһендәге Октябрский ҡасабаһы һәм күгәрсендәрҙе берләштергән көсөргәнешле ярышта үҙебеҙҙекеләр ҙә һис һынатманы һәм яңы дәүер батырына тәрән ихтирам-хөрмәт күрһәтте.

Бокс – тик көслөләр, ҡоростай рухлылар өсөн
Бокс – тик көслөләр, ҡоростай рухлылар өсөн

 Али Мәхшүров менән Даниил Сәфәрғәлин таһыллыҡ, ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, лайыҡлы 1-се урын яулаһа, 6 йәш батырыбыҙ – Артур Фәсхетдинов, Иҙел Ҡунаҡбаев, Радмир Юлтин, Марат Иҙрисов, Илнар Мәзитов, Арслан Тимербаев 2-се, Салауат Хәсәнов 3-сө урынға сыҡты.

 Ябыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, оҫта тактика, көс-ғәйрәте, етеҙлеге менән айырылып тороусы Даниил Сәфәрғәлин  “Иң яҡшы боксёр” номинацияһында билдәләнде.

 Ошо урында көслө, иң яҡшы боксёрҙар әҙерләүсе Хәлит Хөрмәтулла улының намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтеп, оҫта тренерҙың командаһына һәр саҡ уңыштар юлдаш булыуын, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулауын теләге килә.

 Көсөргәнешле, әммә дуҫтанә мөхиттә бер тынала үткән турнир бокстың тик көсләләр, ҡоростай рухлылар өсөн икәнлеген йәнә лә иҫбатланы. Ә Олег Павлович кеүек батырҙарыбыҙҙың исемдәре бер ваҡытта ла онотолмаҫ, яҡты маяҡ кеүек йәш быуындарҙы яңы батырлыҡтарға, ҙур ҡаҙаныштарға әйҙәп торор!

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас