Рәнйегән кешенең доғаһы ҡабул булыр
"Өсәүҙең доғаһы кире ҡағылмаҫ, ҡабул ителер: ураҙа тотоусының ифтар мәлендәге, ғәҙел хөкөм итеүсенең һәм йәберләнгән кешенең", - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә.
Әгәр кемделер рәнйеткән икәнһегеҙ, ошо доғаны уҡый һалығыҙ:
"Аллааһүммә фәьәййүмәә мүьминин сәбәбтүһүү фәджғәл ҙәәликә ләһүү ҡурбәтән иләйкә йәүмәл-ҡийәәмәһ".
Мәғәнәһе:
"Эй Аллаһ! Берәй мөьмингә тел тейҙергән булһам, шуны (йәғни тел тейҙереүемде) уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңә яҡынлау ҡоралы ит!"
Ҡайһы саҡта аңғармаҫтан да кемделер рәнйетеүебеҙ ихтимал. Ошондай һәр осраҡта ла тәүбә итеп, доға ҡылырға, ғәфү үтенергә ашығайыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, сабыр булайыҡ.