- Плитаға (плиткаға,газға) таба ултыртып йылытырға (эҫетергә) кәрәк, бер шешә араҡы алып бер рюмка ҡалдыр, ҡалғанын эҫе табаға ҡой. Ҡатыныңды ултырғысҡа ултырт, аяғын ошо табаға баҫтыр, үҙеңә ҡатыныңдын аяғын йылы араҡы менән тубығына тиклем ыуырға кәрәк. Араҡыны табан һурып ала, табала тик һыу ғына ҡала. Шунда уҡ, баяғы ҡалған бер рюмканы эсереп, ҡатыныңды йылы юрған менән ябып һалып ҡуй, башы ла күренмәһен,- тип аңлаттым.
Бер аҙналап ваҡыт үткәс, Айбулат шылтыратты:
- Ағай, ҡатыным шәбәйҙе бит. Һеҙ өйрәткәнсе эшләнем. Һалып ҡуйған инем, ҡатыным йоҡланы, иртәнсәк кенә уянды, ә юрғаны һығып алмалы һыу ине. Үҙе, минең бер ерем дә ауыртмай, тей, баҫып ҡарай, атлай ала. Беҙ һеҙгә шундай рәхмәтлебеҙ, - тип шылтыратты.
Бер айлап ваҡыт үткәс тағы шылтыратты, ҡатыны үҙен яҡшы тоя, йүгереп йөрөй. Уколын алырға ла онотҡан икән. Был хәлгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хәлдәрен һөйләп торалар.
Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә кәрәк.