Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Март , 12:20

Сәйгә бик тәмле бәлеш

Ҡамырын шулай баҫҡан инем :- 0.5 л һөт- 0.5 л ҡайнар һыу- 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо- 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи)    

Шуларҙы бөтәһен дә бергә ҡушып болғап, самалап он ҡушып ҡамыр башы (опара) эшләп ҡуйҙым. Ныҡ ҡабарып сыҡты ҡамыр башы , шуға 200 г көнбағыш майы ҡушып, 1 сәй ҡалағы тоҙ һалып еткән тиклем он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫтым. Ҡамыр яҡшы итеп ҡалҡты , ошо ҡамыр күләме ике ҙур ғына таба (30 см) йоҡаҡ булмаған ике бәлешкә етте һәм шундай уҡ табала бер таба күмәстәргә етте.

Эслеге өсөн курага һәм ҡара емеш ҡулландым, улар ит турағыс аша үткәрелгән ине, һәр ҡайһыһын табалағы ҡамыр өҫтөнә ҡалаҡлап һылап сыҡҡас өҫтөнә ҡуйыртылған һөттән һәм ҡаймаҡтан заливка эшләп ҡойҙом : ике бәлеш өсөн 250 г ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) + 250 г. 20 %-лыҡ магазин ҡаймағы+2 йомортҡа. Иң өҫтөнә әстерхән сәтләүеге(грецкий орех) онталып һибелде.
Бәлештәр өҫтө матур булып ҡыҙарғансы 200 ° ҡыҙыулыҡта газ духовкаһында бешерелде.
Әйткәндәй, бәлештәр матур булып ҡыҙарып бешһен өсөн өҫтөнә бер йомортҡаны һытып кисточка менән һөртөп сығам һәр ваҡыт.

Гөлгөнә Байегетова.

Автор:
Читайте нас