Донъяға яңы бәпес ҡайтһа, өй йәмләнеп, тыуған-тыумасалар йөҙө яҡтырып киткәндәй тойола. Ғөмүмән, бала тыуғас, уға исем ҡушыу йолаһына әҙерләнә башлайҙар. Бигерәк тә, бында иң яҡын тыуғандары, күрше-тирәһе саҡырыла. Исем ҡушмаҫ элек бала ныҡ илай, тигән фекер килә, йәнәһе, бала исем һорап илай. Шуға ла балаға исем ҡушыу йолаһы бик ныҡ таралған һәм традицион йолаларҙан һанала. Балаға күҙ теймәһен өсөн маңлайына ҡором һәм килгән ҡунаҡтарға күрһәтәләр. Инәйҙәр, апайҙар, ағайҙар, олатайҙар балаға теләктәр теләйҙәр ,
Инәңә рәхмәтле бул,
Үҙеңдән олоға ағай тиң,
Атаңдан олоға бабай тиң,
Инәңдән олоға әбей тиң.
Ауыҙың балдай татлы булһын\
Телең майҙай йомшаҡ булһын\
"Әсә кеше баланы ҡулына алып муллаға тоттора.
Мулла. Тьфү, собханалла, күҙ теймәһен, бигерәк матур икәнһең, тәүфиҡлы бул. "Әйҙәгеҙ, исем ҡушайыҡ.
Баланы, аяғын ҡибла яғына ҡаратып, яҫтыҡҡа һалалар. Мулла баланың баш осона ултырып а6ан әйтә.
Мулла. Аллаһу әкбәр (2 тапҡыр уң яҡҡа,2 тапҡыр һул яҡҡа). "Әшәдү әнлә лә иллаһә илләллаһ (2 тапҡыр). "Әшһәдү әннә мөхәммәдир рәсуллулаһ (2 тапҡыр). Хәййә ғәләссалаһ (2 тапҡыр). Хәййә ғәлл – флх (2 тапҡыр). Аллаһу әкбәр (2 тапҡыр). .
Ә"сәһе самауыр ҡайнатып, аш ултырта, ҡунаҡтарҙы күстәнәстәр менән һыйлай. Табын тамамланғас, доға уҡып, сабыйға именлек, һаулыҡ, бәхет теләп хушлашалар.