3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Әҙер эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Бындай кеүәҫте эсеүгә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа ҡулланырға була.
Әҙер һоло кеҫәлен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш ашағанда дөйөм хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә, сыҙамлылыҡты арттыра, ғөмүмән, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ ҡыла.
Бынан тыш, һоло кеҫәле яраларҙы бөтәштереү, холестеринды кәметеү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә икәнлеген интернет мәғлүмәтенән белдем.