1972 йылда Мораҡ район дауаханаһында санитар табип ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлап, артабан санэпидемстанция, санитария һәм эпидемиология үҙәге, Роспотребнадзор өлкәһендә; хаҡлы ялға сыҡҡас та 8 йыл район дауаханаһында эпидемиолог булып эшләгән Лира Сәфиулла ҡыҙы 42 йыл фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн РФ-ның Рәхмәт хаты һәм Хеҙмәт ветераны миҙалы менән бүләкләнә. Әммә уның өсөн иң юғары награда – һаман да халыҡтың тәрән ихтирам-хөрмәтен тойоп йәшәү.
Ҡәрсәһе һәм ҡартаһы тәрбиәһендә үҫкән Хәсән Абдулхаҡ улы атай нигеҙен ташламай, тыуған ауылын – Морағын ғүмерлеккә төйәк итә. Миһырбанлыҡ, күңел йомартлығы, иман байлығы, ҡатын-ҡыҙға наҙлы сәскәгә ҡараған кеүек ҡарау, ихлас хөрмәт итеү уға яҡын кешеләренән үк бирелә. 1972 йылдың апрелендә юлында һөйөклөһөн осратып, бергә-бергә ҙур һәм матур мөхәббәт тарихын яҙа улар. Ғаилә башлығы илдә “үҙгәртеп ҡороу” башланғансы райпо өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Бөтәрәсәй ирекле янғын һағы ойошмаһында (ВДПО), аҙаҡ Мораҡ ауылының мебель магазинында һатыусы булып эшләй. Эш буйынса республиканың төрлө мөйөштәрендә булырға, меңәрләгән саҡрым юлдар үтергә тура килгән уҙамандың алдынғы водитель тигән даны ла бар. Яңы баҙар шарттарында таһыллы уҙаман ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлай, шифалы балы халыҡта ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Уңғандар ишле мал ҡарай, артыҡ ҙур булмаған участкала ла йәшелсә үҫтереп, тынғыһыҙ эштәренән мул уңыш алып ҡыуанып йәшәй.
Әлеге ваҡытта ла ихата-баҡсаларын аллы-гөллө сәскәләргә күмеп, баҡса үҫтереп, Хоҙай биргән һәр көнгә һөйөнөп, шөкөр итеп ғүмер кисерәләр. Йәндәй ғәзиз ике бөртөк балалары, Руслан менән Лариса - ата-әсәгә бөтмәҫ көс-дәрт өҫтәүсе, һис моңайырға бирмәүсе илһам сығанағы. Үҙҙәренә оҡшап, эшкә әрһеҙҙәр, тормошҡа сәмлеләр, хөрмәтле ата-әсәнең ныҡлы терәге улар.
Тилбер ҡуллы әсә, бер ейән һәм бер ейәнсәрҙең хәстәрлекле өләсәһе ҡәҙерлеләрен ҡоймаҡ ҡойоп, тәмле-татлы бәлештәр бешереп, ҙур табын әҙерләп көтә.
Мейес аштары уның ауыҙҙа иреп тора. Мөхәббәтле парҙың күңел ишектәре лә, йорт ҡапҡалары ла һәр кемгә шар асыҡ. Һәр ҡайһыһына яҡты йөҙҙәре, йылы һүҙҙәре бар. Иманлы, инсафлы, алсаҡ булғанға, йәшлектәге мөхәббәт хистәрен һүрелдермәй йәшәй белгәнгә күрә лә Лира менән Хәсән Исхаҡовтарҙан гел яҡтылыҡ, ябай һүҙҙәр менән әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ йылы бөркөлә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың бөгөнгө һанында уҡырға мөмкин.