Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март , 10:33

Башҡортостанда күрәҙәсе 2,8 миллион һумлыҡ мутлыҡ өсөн хөкөм алдына баҫасаҡ

Ростов өлкәһендә йәшәүсе 26 йәшлек ҡатын айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә.

2024 йылдың февралендә ул интернет аша 31 йәшлек Башҡортостанда йәшәүсе менән таныша һәм үҙен күрәҙәсе итеп таныштыра. Сихырҙы сисеү һылтауы менән ҡатын унан һигеҙ ай дауамында аҡса алған, дөйөм суммаһы 2,8 миллион һумдан ашҡан.

Уның законһыҙ эшмәкәрлеге полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған, ә енәйәт эше Йылайыр районы судына тапшырылған.

Автор:
Читайте нас