Илебеҙ автомобилендә ултырған Мишкә агросәнәғәт колледжының 22 йәшлек студенты Вадим М., 18 йәшлек студентка Радмила К. һәм уларҙың 43 йәшлек уҡытыусыһы Лиана А. урында йән биргән. Тағы ла ике пассажир ауыр хәлдә: береһе комала, икенсеһе үҙ аңында. Уларҙы Өфөгә оҙатырға әҙерләйҙәр. Икенсе машинала Әртәкүл ауылынан 48 йәшлек Виктор С. һәм уның 66 йәшлек ҡайныһы Пётр П. һәләк булған. Викторҙың биш бәлиғ булмаған балаһы ҡалған.
Асыҡланыуынса, студенттар һәм уларҙың уҡытыусыһы Урғыш ауылына элекке курсташын һуңғы юлға оҙатырға барған. Кире ҡайтҡанда «Приора» водителе алдағы машинаны уҙып китәм тип ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.
Вадимды таныштары аҡыллы һәм эшсән егет тип белә. Радмиланың ата-әсәһе юҡ, колледждың сығарылыш төркөмө студенты була. Лиана Константиновна - ашнаҡсылар һәм кондитерҙар уҡытыусыһы, студенттарҙы чемпионаттарға әҙерләгән. Уның туғыҙынсы класта уҡыған улы ҡалған.