Яңы айыртылған эремсек һыуын эҫетеп (аяҡ бешмәҫлек хәлдә), һыҙлаған аяҡтарҙы тығып ултырҙым да йылы нәски кейеп йоҡларға яттым. Иртәгәһенә ысынлап та аяҡтарым элеккесә ныҡ ауыртмай ине. Шулай өс көн рәттән ҡабатланым. Килеште”, тип һөйләгәйне.
Уңған хужабикәләр уны нисек әҙерләргә белә: банкалағы йә башҡа бәләкәй эмаль һауыттағы 1-2 литр әсегән йәки ойоған һөттө һыу һалынған киң кәстрүл эсенә ултыртып (водяная баня) талғын утта эҫетәбеҙ. Бер аҙҙан эремсеге өҫкә ҡалҡып, һарғылт һыу айырылып сыға. Шул бик файҙалы ла инде. Уны шәкәр һалмайынса эсергә, шешкән, бешкән, янған ерҙе, һыҙлаған аяҡтарҙы дауаларға мөмкин. Шулай уҡ икмәк бешергәндә, ҡоймаҡ ҡойғанда ҡушып ебәрергә лә була.