Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март , 12:23

Электр үткәргестәрҙе тикшереп тороғоҙ!

 Уҙған шәмбе Тәүәкән ауылында янғын сыға, торлаҡ йорт янып китә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Мәләүез район-ара күҙәтеү һәм профилактик эш бүлеге инспекторҙары электр  үткәрестәренең торошон даими тикшереп торорға кәңәш итә.

*электр үткәргесенең торошон даими тикшереп тороғоҙ;

*янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

*электр селтәрҙәренә көсөргәнеш төшөрмәгеҙ бер юлы ҡеүәтле бер нисә ҡорамалды селтәргә тоташтырмағыҙ;

*янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 101 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ.

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас