Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март , 12:31

Уяулыҡ талап ителгән осорға әҙерлек маҡсатында

Яҙҙың быйыл иртәрәк килеүен алдан фаразлаһалар ҙа, ул үҙ хакимлығына инергә бер ҙә ашыҡмай әле. Ҡышҡы селлә осоро үткәс кенә сатлама һыуығын да, ҡарын да өйөп бирҙе. Ә апрель үксәгә баҫып килгәндә, тәбиғәттең, һауа торошоноң йәнә лә етегә төрләнеүе бик мөмкин. Белгестәр тә яҙғы ташҡындар осоронда һыу баҫыу осраҡтарының булыу ихтималлығын киҫәтеп, уяулыҡ һаҡлау кәрәклеген иҫкәртә.  Нәҡ шул хаҡта йәнә бер ҡат иҫкәртеү һәм һыу күтәрелеп, ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуған осраҡта  яуаплы хеҙмәттәрҙең етди осорға ниндәйерәк кимәлдә әҙерләнгәнен асыҡлау маҡсаты менән яҙғы ташҡынға ҡаршы тороу комиссияһы тарафынан Мораҡ ауылының элекке баҙар урынында техник сараларҙы ҡарау ойошторолдо.

Уяулыҡ талап ителгән осорға әҙерлек маҡсатында
Уяулыҡ талап ителгән осорға әҙерлек маҡсатында

Яҙҙың быйыл иртәрәк килеүен алдан фаразлаһалар ҙа, ул үҙ хакимлығына инергә бер ҙә ашыҡмай әле. Ҡышҡы селлә осоро үткәс кенә сатлама һыуығын да, ҡарын да өйөп бирҙе. Ә апрель үксәгә баҫып килгәндә, тәбиғәттең, һауа торошоноң йәнә лә етегә төрләнеүе бик мөмкин. Белгестәр тә яҙғы ташҡындар осоронда һыу баҫыу осраҡтарының булыу ихтималлығын киҫәтеп, уяулыҡ һаҡлау кәрәклеген иҫкәртә.

 Нәҡ шул хаҡта йәнә бер ҡат иҫкәртеү һәм һыу күтәрелеп, ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуған осраҡта  яуаплы хеҙмәттәрҙең етди осорға ниндәйерәк кимәлдә әҙерләнгәнен асыҡлау маҡсаты менән яҙғы ташҡынға ҡаршы тороу комиссияһы тарафынан Мораҡ ауылының элекке баҙар урынында техник сараларҙы ҡарау ойошторолдо.

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас