- Йомағужа ауыл биләмәһендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың да йәмғиәт тормошонда тотҡан роле ҙур. Һуғыштан һуң тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән Флүрә Ғөбәйҙуллина, Маһинур Мәжитова апайҙарыбыҙҙың беҙҙең арала намаҙҙа булыуҙары үҙе бер бәхет. Ауыл биләмәһендә күп йылдар хеҙмәт иткән Гүзәл Абдуллина, китапхана мөдире, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Зәйтүнә Әбдрәшитова, ауыл ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Хужахмәтова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йыйыуҙы ойоштороусы Закира Райманова, күп йылдар мәсетебеҙҙә аш-һыу әҙерләүсе Рәмилә Ниязғолова, Тәслимә Ғөбәйҙуллина һәм башҡалар ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Мәсеттә ойошторолған ислам дине нигеҙҙәре дәрестәрен Зөлфиә Хәлитова етәкселегендә өлгөлө тамамлаусы Сәмиға Ғайсина, Рәмилә Собханғолова, Рима Яҡупова, Заһиҙә Ғарипова, Гөлшат Мырҙашева, Гөлсирә Нурлыбаева, Закира Райманова кеүек итәғәтле ҡәрҙәштәребеҙ дини ойошма эшенә йәм өҫтәй, - ти
Йомағужа мәсете дини ойошмаһы етәксеһе Урал хәҙрәт КИНЙӘБУЛАТОВ.