Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм башҡа ғибәҙәттән тыш, Аллаһы Тәғәлә мохтаждарҙы ла ҡайғыртырға ҡуша. Мәҫәлән, ифтар мәжлестәре ҡороп кешене ашатыу, бигерәк тә мохтаждарҙы һыйлау. Кемдәр ураҙа тота алмаған, фидиә саҙаҡаһын биреү фарыз (йәғни һәр көн өсөн бер мохтажды ашатыу, йә бер юлы 30 кешене ашатыу). Әгәр кешенең мәжлес ҡорорға мөмкинселеге булмаһа, аҡсалата бирергә була. Башҡортостан диниә назараты иҫәпләп сығарыу буйынса фидиә саҙаҡаһы көнөнә 400 һум тәшкил итә, быйыл рамаҙан айы 29 көндән килә, тимәк, 11600 һум була. Асылда кеше туйырлыҡ аш булғас, һәр кеше үҙе лә һанап сығара ала. Кемдер был күләмде түләй алмайым тиһә, хәленән килгәнсе бирә ала. Ҡөрьәндә лә “Ҡулығыҙҙан килгәнсе Аллаһтан ҡурҡығыҙ!” тип әйтелә.
Тағы ла рамаҙан айының аҙаҡҡы көндәрендә фытыр саҙаҡаһы бирелә. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм:”Фытыр саҙаҡаһы ураҙа тотоусының рамаҙанда булған хаталарын йыуыр һәм мохтаждарҙы ураҙа байрамында туйындырыр, ҡыуандырыр өсөн бирелә” тип әйткән. Фытыр саҙаҡаһы ла асылда ризыҡ менән бирелә. Бер кешенән 3 литрлы һауыт күләмендә дөгө, ҡарабойҙай, тары, он, макарон, хөрмә (финик), йөҙөм, эремсек кеүек ризыҡтарҙың береһен бирергә була. Мәҫәлән, ғаиләлә биш кеше булһа, биш кеше өсөн төрлө ризыҡтан бер мохтажға бирергә мөмкин. Йә ғаилә иҫәбенән бер төрлө ризыҡты төрлө кешегә таратырға була. Фытырҙы аҡсалата бирәм тигән кеше ошо ризыҡтарҙың хаҡын түләй. Башҡортостан диниә назараты иҫәпләүенсә быйыл фытыр саҙаҡаһы 200 һумдан 1200 һумға тиклем тәшкил итә. Кеше мөмкинселегенән сығып ошо хаҡты түләй ала.