- “Ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асыла”, - тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр. Урман эсе көндөҙгө һымаҡ яп-яҡты булды. Әммә ул саҡта был хәлдең Ҡәҙер төнө икәнлеген белмәнем. Минең менән йәнәш барған әхирәтем Мәрзиә: “Миңә бер матур кейәү бир, Аллам”, - тип әйтеп өлгөрҙө, мин аптырашта ҡалған арала бар тирә-яҡ ҡабат ҡараңғылыҡҡа сумды, - ти әсәйем.
Ул ваҡытта әсәйем, 16 йәшлек ҡыҙ, 8-ҙе тамамлағас та, “яңғыҙ әсәйемде ҡарайым” тип, артабан уҡыуҙан баш тартып, фермала һауынсы булып эшләп йөрөгән була.
Ферма Егән буйында урынлашҡан, йәш ҡыҙҙар ҡара таңдан эшкә урман аша йәйәү йөрөй. Тап шул ваҡытта күрә лә инде улар Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтен...
“Мәрзиә әхирәтеңдең әйткәнен һин эстән булһа ла ҡабатлап өлгөргәнһеңдер ул”, - тип көлә торғайныҡ әсәйемдән элегерәк: сөнки атайым йәш саҡта бик һылыу, сибәр егет булған (атайымдың мәңгелек йортона күскәнгә быйыл ике тиҫтә йылдан ашыу, урыны йәннәттә, йәне тыныс булһын!)