Мораҙым
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март , 15:26

Ҡыҫҡа ял

Самолет менән осҡас, бына бит, яратҡан Дүртимәненә көнөндә ҡайтып етте. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән мыҡты өйҙәре эргәһенә такси килтереп еткерҙе. Фәрит өйҙө хәлленән һалһа ла, ҡапҡаны күршеләре кеүек ҙур, ҡыйыҡлы итеп ҡорманы. Ә штакетниктан бәләкәс кенә ел ҡапҡа эшләне. Ғөмүмән, кешеләрҙең бейек ҡой­малар ҡороп, бер-береһенән йәшенеп йәшәүен үҙһенмәй ул. Бына крансы ҙур сумкаһын һөй­рәп, машинанан өйөнә табан ҡуҙғалғайны, ҡапҡаның теге яғында бисәһе Сәмиғаны аңғарып ҡалды. Ире килеп етеүгә, ҡатын ҡапҡаны яртылаш асты ла: - Күпме аҡса апҡайттың? Ҡасан кире ҡуҙғалаһың? - тине.  Фәриттең башына балта төйҙәһе менән һуҡтылармы ни! Ул ҡапыл шаңҡып ҡалды һәм кинәт боролдо ла кирегә ҡуҙғалды... Иртәгәһенә ул Уренгойҙа ине инде. Вахта ҡалаһына барып еткәнсе уҙаман уйланды ла уйланды. Ҡайҙа ғына хата китте әле...

Ҡыҫҡа ял

(Хикәйә)        

  Фәрит залдарының ҡап ур­та­һында ятҡан ҙур ҡара йыланды күреп, иҫе китте. Тәүҙә ҡапыл юғалып ҡалды. Шунан, өйҙәгеләр яңылыш тапап ҡуймаһын тип, йәһәтләп йыуыныу бүлмәһендәге иҙән йыуғыс таяғын эләктереп алды. Йүгереп барып өй менән ве­ранданың ишектәрен асты ла, иҙәнгә оҙон һаплы “лентяйка”ны бәрә-бәрә, йыланды ишеккә ҡарай ҡыуа башланы.

 “Көш! Көш, мәлғүн! Ҡайҙан ғына килеп ингән был?! Сәмиға, Гөлназ, килеп инә күрмәгеҙ. Анау эшлекһеҙе тағы ҡайҙа сығып олаҡҡан?” - тип бер ыңғайҙан һөйрәлеүсене лә, ке­йәүен дә әрләп, ҡатыны менән ҡыҙын аңғартырға тырышып, зыҡ ҡупты ир.

 Йылан тәүҙә йомарланып ятһа, аҙаҡ, ыҫылдап, ирҙең ҡулындағы тимер таяҡты суҡып алды ла, диван аҫтына инеп китте. Фәрит тә бирешә торғандарҙан түгел: мәхлүкте тиҙ генә таяғына элеп, ишек яғына алып елләне. Йылан ҡапыл шифоньер аҫтына инеп юғалды. “Ай әт­тәгенәһе, ҡалай ғына тәҡәтте ҡоротто!” - тип ир стена менән шифоньер араһындағы ярыҡҡа күҙ һалды. Һөйрәлеүсе күренмәгәс, шифоньерҙың аҫтын ятып ҡа­райым тип эйелгәйне, яҡында ғына ҡара йыландың күҙҙәрен күреп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. 
 ...Һәм уянып китте. Иҫен йыя алмай бер аҙ ятҡас, ятаҡ бүл­мәһендә икәнен аңланы. Тө­шөн­дәге ҡара йылан  нимәгә булыр икән, тип аптыранып ятты-ятты ла, бер ғаилә дуҫы әйткән кеүек ҡабатлап ҡуйҙы: 
- Аҡсаға, бик күп аҡсаға! 
 Телефонын мендәр аҫтынан һөйрәп сығарҙы. Әле таңғы дүрт кенә икән. Юҡ, инде йоҡлап булмаҫ. Кисә күптән көтөп алған мәл – вахтаның һуңғы көнө булды. Бөгөн - юлға, һөйөклө Башҡортостанына ҡайтасаҡ. Напарнигы Юраға кранды ҡараштырыу буйынса барлыҡ кәңәшен әйтте, күптән һаҡлап йөрөткән асҡыстар йы­йылмаһын бүләк итте.
 - Ни эшләп? - тигән һорауға, яңыһын килтерәсәкмен, тип ҡырт киҫте уҙаман.                                                

 Кешегә асылып бармай ул Фәрит. Кешегә сереңде асһаң, ул сер булмай, тигән фекерҙә. Ә ирҙең пландары, ай-һай, иҫ китерлек. Башҡаса вахтаға килмәйәсәк и баста! Былай ҙа Себер һыуыҡтары күптән үҙенекен иткән: һаулығы бөткән. Әле бер ере, әле икенсе ере һыҙлап тәҡәтте ҡорота. Шуға ла ир күптән уйлап йөрөгән пландарын тормошҡа ашырырға булды. Ике туған мырҙаһы Шәфҡәт - оҫта ҡуллы иретеп йәбештереүсе. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йә хан заманындағы “Муравей”ына мотоблок двигателе ҡуйһынмы, йә минитрактор ҡороп алһынмы... Кәрәк икән, кешегә  машина, трактор арбаһы, согребалкалар ҙа эшләп бирә. Шәфҡәтулла хәҙер алыҫҡа йөрөмәй, Өфөлә ике аҙна эшләп ҡайта ла, ике аҙна өйҙә тора. Ана шул ҡустыһы менән мангалдар, ял зоналары, тимер ҡапҡалар ҡороп һатырға булдылар. Әйтергә кәрәк, Фәрит үҙе лә иретеп йә­бештереү аппараты менән күптән яҡын дуҫлыҡта. Әлеге планын үткән ҡайтҡанында уҡ тормошҡа ашыра башланы: ”Озон”дан профиль бөгә торған станок алдыртты. Үткән аҙнала Шәфҡәт ике мангал һатып, килгән төшөмдөң яр­тыһын картаһына күсерҙе лә. Әле Фәрит йәнә бер станокка заказ бирҙе: торба бөгә торған был станок тағы ла шәберәк. Ҡайтыуына килеп етергә тейеш.

 Ул бәләкәйҙән һаҡ­сыллыҡты үҙ итте. Әле лә аҡ­са­һының бер өлөшөн тотонмай, мул ғына бол йыйғайны. Кәрәккән ҡорамалдар алырға ла, кәрәк икән – “ИП”-ыһын асырға ла аҡса етәсәк...
 Самолет менән осҡас, бына бит, яратҡан Дүртимәненә көнөндә ҡайтып етте. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән мыҡты өйҙәре эргәһенә такси килтереп еткерҙе. Фәрит өйҙө хәлленән һалһа ла, ҡапҡаны күршеләре кеүек ҙур, ҡыйыҡлы итеп ҡорманы. Ә штакетниктан бәләкәс кенә ел ҡапҡа эшләне. Ғөмүмән, кешеләрҙең бейек ҡой­малар ҡороп, бер-береһенән йәшенеп йәшәүен үҙһенмәй ул. Бына крансы ҙур сумкаһын һөй­рәп, машинанан өйөнә табан ҡуҙғалғайны, ҡапҡаның теге яғында бисәһе Сәмиғаны аңғарып ҡалды. Ире килеп етеүгә, ҡатын ҡапҡаны яртылаш асты ла:
- Күпме аҡса апҡайттың? Ҡасан кире ҡуҙғалаһың? - тине.
 Фәриттең башына балта төйҙәһе менән һуҡтылармы ни! Ул ҡапыл шаңҡып ҡалды һәм кинәт боролдо ла кирегә ҡуҙғалды... Иртәгәһенә ул Уренгойҙа ине инде. Вахта ҡалаһына барып еткәнсе уҙаман уйланды ла уйланды. Ҡайҙа ғына хата китте әле...
 ...Сәмиға менән улар Өфөлә танышты. Ул йылды дуҫы Азамат менән Шаҡша биҫтәһендә өй башы ябалар ине. Үҙҙәре ҡуртымға алған йорт урынлашҡан “Цыганская поляна”ға бөтә ҡала аша ҡайтырға кәрәк. Эштән ҡайтып барғанда, ҡыҙ менән тәүге тапҡыр осраштылар. Хәҙер автобустың һанын да онотҡан инде, һары “Икарус” ине. “Гармошка”һында торғанда, эр­гәһендәге бер төркөм ҡыҙға иғтибар итте егет. Араларындағы ҡыҫҡа, зәңгәр буҫтауға ҡара шаҡмаҡтар төшкән пальто кейгән ҡыҙыҡай уның ҡарашын үҙенә йәлеп итте. Ҡыҫҡа һары сәс, йоҡа ғына кәүҙә, ҡаҡса йөҙ, оҙонсараҡ танау, упҡын кеүек зәңгәр күҙҙәр. Һәм көтмәгәндә Фәрит ошо күҙҙәргә батты. Ҡыҙ ҙа егеттән күҙҙәрен ала алмай аҙаплана ине. Бына автобустағы кешеләр юҡҡа сыҡты  һәм улар икәү генә ҡалды...
 Улар күптәнге таныш кеүек һөйләшеп китте. Сәмиға Өфө колледждарының береһендә по­вар-кондитер һөнәрен үҙләштерә ине. Йәштәр шул көндән алып гел бергә булды, ә ярты йылдан мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереп тә ҡуйҙы. Был мәлдә ер йөҙөндә Фәриттән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр...
 Йәштәр тәүҙә Өфөлә төпләнһә лә, әсәһе сырхап киткәс, ауылға күсеп ҡайтты. Фәрит туған колхозында шофер булып эшләне, йәш килен мәктәпкә китапханасы булып урынлашты. Сәмиға аҙаҡ ситтән тороп техникум тамамланы. Ауылға ҡайтыуҙарына ике йыл тигәндә, яман шеш Фәриттең әсәһе Сәлимә апайҙы баҡыйлыҡҡа алып китте. Атай нигеҙен ҡо­ротмаҫҡа була, ғаилә ауылда ҡалырға булды. Тормош һәүетемсә генә, үҙ һуҡмағынан тәгәрәне. Йәштәрҙе ҡыуандырып ҡыҙҙары Гөлназ донъяға килде. Әммә сабый бәләкәйҙән сирләшкә булды: Сәмиға бер ай өйҙә торһа, икенсе айын ҡыҙы менән дауаханала үткәрҙе. 
 Йылдар үтә торҙо. Бөтә илде дер һелкеткән үҙгәреш елдәре тауҙар араһына һыйынып ултырған кескәй Дүртимәнгә лә килеп етте. Колхоз хәлһеҙләнгәндән-хәл­һеҙ­ләнә барҙы, бер-береһен йыш алыш­тырған рәйестәр, кеше иҫәбенә байып, ҡайҙалыр китеп юғала торҙо. Эш хаҡы түләнмәй башлағас, Фәрит, егеттәргә эйәреп, шабашкаға йөрөй башланы. Килем мул ғына төшкәндәй ҙә ул, тик “ҡалым” тамамланған һайын егеттәр “гужбанбайрам”  үткәрер булды. Тәүҙәрәк егет дуҫтары менән ултырыуҙан баш тартһа, һуңынан ҡуша эсергә әүәҫләнеп алды. Һөйгәне Фәрит­тең эскегә һабышып барыуы менән көрәшмәне түгел, көрәште. Тик йәшел йылан көслө ине. Ҡатыны, ҡыҙып китеп, ваҡыт-ваҡыт кирза итеге менән башына биреп туҡ­мағанда ла, ул йылмайыр ҙа ултырыр ине. Шулай бер мәл күрше урыҫ ауылында ҡыйыҡ башын ябып ҡайтҡас, өйөнә инмәйенсә, яңғыҙаҡ Төхфәт дуҫында эсеп ултыра ине, Сәмиға дыулап килеп инде:
- Ошолай эсеп йөрөр булғас, ниңә миңә өйләндең, бала тап­тырҙың, туғандарымдан айырып бынау “тишектә” тотаһың? Донъ­яң­дың артҡан ере бармы? Әсәйемә ҡайтып китәм! - тип “Смирнов”ты ағартылмаған ме­йескә бәреп ватты ла, ишекте шартлата ябып сығып китте.
Төхфи:
- Ай-һай-һай, был аждаһа ме­нән нисек тереһең әле һин, иптәш? - тип ауыҙын асҡайны, Фәрит:
- Эшең булмаһын! – тип өҫтәлгә дөңгөлдәтә һуҡты ла, алпан-толпан килеп, ҡайтыр юлға ҡуҙғалды.
 Өйөнә ҡайтып ингәндә, һөйгәне илай-илай әйберҙәрен төйнәп йөрөй ине. Һике мөйөшөндә ҡыҙҙары шарылдап илап ултыра. Фәрит нисек һүҙҙәр тапҡандыр, әммә кәләшен уйынан дүндерә алды. Ул Сәмиғаға ла, үҙенә лә “бүтән эсмәйәсәкмен” тип вәғәҙә бирҙе. Иртәгәһенә булған аҡсаһын усына тотоп, алыҫ Уренгойға сыҡты ла китте. Поезда бергә барған егеттәрҙән эшкә урынлашыу өсөн ойошмаларҙың, уларҙың етәкселәренең телефон номер­ҙарын яҙып ала барҙы. Бөтәһе ҡырҡ номер йыйылды. Барып етеп, хостелға урынлашҡас, шылтырата башланы. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, шылтыратҡан һайын кире яуап ала барҙы. Бына һуңғы номер ғына тороп ҡалды. Әле эшкә урынлаша алмаһа, ҡайтып етерҙәй ҙә аҡсаһы ҡал­мағайны инде. Һуңғы номер хужаһы: 
- Һеҙҙең документтар менән беҙҙең ойошмаға урынлашып булмай. Бына бер дуҫымдың номерын бирәйем әле. Булһа эш, шунда булыр, - тине.
 Фәрит алыҫ Себер тарафтарында юлсы булып эш башланы. Йылдар үтте. Алыҫ төньяҡтың төрлө ойошмаһында, төрлө һөнәр вәкиле булып эшләүен дауам итте. Вахта - ул кәрт уйыны кеүек, ҡайҙа уңаһың, ҡайҙа туңаһың, тигәнде ул хәҙер кеше һөйләүе аша ғына белмәй. Монтажсы, юлсы, шофер булып та Себер юлын тапаны ир. 
  Атай нигеҙендә бынамын тигән кирбес  йорт күтәрҙе, донъя нығытты, машина яңыртты. Тик һалҡын Себер елдәре Сәмиға менән Фәрит араһында ек тап­ҡайны, һалҡындар уларҙың тү­шәген дә һыуытҡайны инде. Йорт һалғанда ҡайһы саҡ яртышар йыллап ҡайтманы шул. Бер ҡайт­ҡанында әлеге Шәфҡәт мыр­ҙаһы күҙенә ҡарамай ғына:
- Ней бит әле, ағай, еңгәгә ен эйәләшкән буғай... – тип көлөм­һөрәне. 
 “Ен” тигәне түбән ос Талиптың кандидат малайы сүрәтендә ине. Уртаға һындырып эш итергә яратыусан Фәрит үҙенсә хәл итте. “Кандидат” һынған ҡабырғалар менән дауаханала ятып сыҡҡандан һуң ҡа­лаһына китеп олаҡты. Ә ҡатыны менән һөйләшеү ҡаты булды. Сәмиға Фәриттең үҙен ғәйепләй башланы:
- Мин дә кеше, йә дүрт-биш айға китеп олағаһың, йә ҡайтҡас ай буйына эсеп ятаһың. Эсеүеңдән айнығайның, эштән башҡаны белмәйһең. Бер күтәрелеп ҡа­раһаңсы? Йәш, матур саҡ бер генә. Минең дә һөйөләһем, һөйәһем килә! - тип үкһене. Һуңынан,  сәстәрен йолҡа-йолҡа, ғәфү үтенде...
 Ғәфү итте ир  ҡатынын, балаһын уйланы. Хата үҙендә лә бар ине шул. Тик бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәй икән. Сәмиғаның сел­тәрле эске кейемдәре лә, Фәрит алып ҡайтҡан гөлләмәләр, алтын-көмөштәр ҙә, бергәләп диңгеҙ ярына барып ял итеү ҙә ярҙам итмәне. Былар барыһы ла һүнгән усаҡта көл туҙҙырыу ғына булды. Улар күптәнге ғәҙәт буйынса өйҙәштәр булып йәшәйҙәр ине. Гөлназ да атаһына әллә ни ылыҡманы. Хәйер, ҡайтҡанда ла мәңге бушамаған атайға мө­нә­сәбәт шулайыраҡ булырға тейештер ҙә. Уҡырға ла ашҡынып торманы ҡыҙыҡай, бар уйы модалы, ҡиммәтле кейемдәрҙә, айфон-ноутбуктарҙа булды. Ата-әсәһе аҡса йәлләмәй индергән “экономфак”тан үҙе кеүек “себер шау­ҡымы” балаһы булған “танкист” Артурҙы эйәртеп ҡайтты. Сә­миғаның тырышлығы менән ҙурҙан ҡубып туй үткәрҙеләр. Туйҙамы ни эш, әҙергә-бәҙер өйрәнгән йәштәрҙең үҙ аллы йәшәргә рәттәре булмай сыҡты. Артурҙы атаһы ла, Фәрит тә үҙ янына эшкә урынлаштырып ҡа­раны. Тик йәш ирҙең дарманы, күп тигәндә, ике аҙнаға етте. Ком­пьютерҙа уйын уйнауҙан үтә алманы ул. Тырышып та бер ни килтереп сығара алмағас, атайҙар ҡул һелтәне. Сәмиға ҡыҙының һүҙенән сыға белмәне, йәш ғаилә уларҙа төпләнде. Бына был ҡайтыуында ул елкәһендә улты­рыу­сыларҙың ысын мөнәсәбәтен күрҙе лә инде...
...Фәрит һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарҙа эшләй. Ул вахтаһы башланыр-башланмаҫтан кире килеү сәбәбен хужаһына бер-ике һүҙ менән аңлатып бирҙе. Иваныч, күпте күргән кеше, шоферының күҙенә тура ҡарап торҙо ла:
- Ярар, “Галичанин”ға улты­рырһың инде. РММ егеттәре ме­нән һөйләшермен, “раздат­ка”һын* алыштырып алһаң, йөрөй ул. “Урал”дарҙы үҙең беләһең, әрһеҙҙәр. Тик бына берәй ҡайҙан паук** табырға тура килер. Ашхана менән проблема юҡ, тик ятаҡта урын менән әлегә ҡытлыҡ, машинаңда ятып йөрөргә тура киләсәк, - тип эшкә фатиха бирҙе.
 Шулай Фәрит межвахтаның дүртенсе көнөндә иләнере-илән­гән, һуғылыры-һуғылған иҫке “Урал”дың аҫтында ята ине. Юҡ, һынманы ул, үҙендә күтәрелер көс тапты. Себер елдәре, Себер һы­уыҡтары һине өшөтөп, ауы­рыу­ҙарға дусар итеп кенә ҡалмай шул. Рухыңды ла ҡая кеүек ныҡлы итә...

Хәким АЛСЫНБАЕВ.

Мәҡсүт ауылы.

*Раздатка – раздатка коробкаһы, ав­томобилдең трансмиссия элементы, тулы приводлы машиналарҙа ғына була.
**Паук – стропаларҙың бер төрө, бер дүңгәләккә дүрт трос тағыла, тростарҙың башында йөктө тағыу өсөн ырғаҡтар.

 

 

Автор:
Читайте нас