ЙӘМҒИӘТ
6 Марта , 06:40

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде

Ошо көндәрҙә Ерекле ауылында йәшәүсе Рәмзиә Уйылдан ҡыҙы Баширова үҙенең 90 йәшен билдәләгән. 

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңдеОлолаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде

 Уның ҡыуанысын Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә уртаҡлашҡан: Мәҡсүт ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Вәлитов Әхмәтйән Хәкимйән улы ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Иванова Зөһрә Данис ҡыҙы, баянсы, йырсы Әбүбәкиров Рим Миңлеғәле улы менән килеп, инәйҙе  үҙҙәренең һәм район хакимиәте башлығы Исҡужин Марат Сәлим улының исеменән ихлас ҡотлап, бүләк тапшырған.

  - Рим Миңлеғәле улы башҡарған “Әсәйем”, ”Шахта”, “Яҙмыш” йырҙары бейемде, ауылыбыҙ инәйҙәрен берсә йәшлектәренең иләҫ-миләҫ саҡтарына, берсә гөрләтеп донъя көткән саҡтарына әйҙәне, - ти инәйҙең килене Алһыу.
  Ошондай матур ураҙа айында оло быуын кешеләрен ҡыуандырған ауыл биләмәһе активына "афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ! Уларҙың өлгөһө башҡаларға ла үрнәк булһын ине... Әҙҙән генә күңел, әҙҙән генә хәтер, тиҙәр... Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде тигән һүҙҙәр ҙә бар....

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас