

Ул йәмле Юлдыбай ауылында Фәүзиә Шәкирйән ҡыҙы һәм Һаҙый Шәрифулла улы Мәүликәсовтар ғаиләһендә 1956 йылдың март айында яҡты донъяға килә. Дүрт бала тәрбиәләнгән татыу һәм эшһөйәр ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, Фәриҙә бик иртә ҡул араһына инеп, әсәһенең уң ҡулы; энеләрен, һеңлеһен ел-ямғырҙан ҡурсалаусы, эшкә өйрәтеүсе лә, һәр яҡлап уларға өлгө күрһәтеүсе лә була. Әсәләренә сөгөлдөр уташып, малын да ҡарашып, ауыл эше менән сынығып буй еткерә улар. Әлеге ваҡытта ла дүрт бер туған – Фәриҙә, Хәйҙәр, Азат, Фәниә дүртеһе лә бер һүҙҙән булып, ҡул тотошоп, бер-береһенә ихтирам күрһәтеп йәшәй.
Юлдыбай ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған осоронда ул белемгә, спортҡа әүәҫлеге, сая рухлы булыуы менән айырылып тора. Аҡ халатлыларға булған сикһеҙ ихтирамы Фәриҙәне Салауат медицина училищеһына алып бара. Уны 1974 йылда уңышлы тамамлап, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып намыҫлы хеҙмәт юлын башлай. 15 йыл операция шәфҡәт туташы, унан һуң хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән дәүерҙә уға Мөхтәр Арыҫланбаев, Вәкил Хәйбуллин, Наил Сәғитов, Рәшит Нәҙершин, Әхәт Киленбаев, Вил Батталов, Ғәли Яппаров, Мөхтәр Моҙафаров кеүек данлы хирургтар менән эшләргә тура килә.
- Эшемде ныҡ яраттым. Маҡтаулы табиптар, миһырбанлы шәфҡәт туташтары менән эшләүемә яҙмышыма рәхмәтлемен, - ти ул ихлас күңелдән.
Ике ғәзиз улы - Салауат менән Азамат өсөн ул һөйөклө, хәстәрлекле әсәй, 5 ейән-ейәнсәре өсөн йомарт күңелле өләсәй, ә туғандары өсөн Фәриҙә Һаҙый ҡыҙы һаман да уңғанлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө булып тора. Намыҫлы хеҙмәт юлын үткән оло йөрәкле, ярҙамсыл шәфҡәт туташының изгелеген район халҡы онотмай.
“Тирә-яҡҡа иман нуры, күңел сафлығы өләшеп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ әле һеҙ!” – тип теләге килә Фәриҙә Һаҙый ҡыҙы менән Ришат Рәшит улына.
Күркәм кешеләр тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫмабыҙҙың бөгөнгө йома һанында уҡырға мөмкин.