Мораҙым
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март , 12:40

Аҡ күңелле ағинәй бит ул!

Ҡалдар ауылында йәшәгән Хәмиҙә Абдулла ҡыҙы Халиҡова  оло йәштә булына - 85-ен тултырып, туҡһанға ҡарай атлауына ҡарамаҫтан, йәшәү дәртен һис  юғалтмаған.

Аҡ күңелле ағинәй бит ул!
Аҡ күңелле ағинәй бит ул!

Баҫалҡылығы менән һоҡландырған инәйҙең йортона ингәс тә бөхтәлек күҙгә салынмай ҡалмай. Тәҙрә төбөндәге сәскәгә күмелгән гөлдәр, ул бәйләгән биҙәкле диван япмалары, зауыҡ менән йыйыштырылған ҡаралтылар, ап-аҡ япма ябылған өҫтәл өҫтөндә ятҡан Ҡөрьән китабы һәм башҡалар – барыһы ла йорттоң ҡотон, йәмен арттыра. Ә бит матурлыҡҡа ынтылыу, зауыҡлыҡ Хәмиҙә инәйгә ҡандан бирелгән...

 Уның әсәһе - 1913 йылғы Хәкимә Ғирфан ҡыҙы сауҙагәр ҡыҙы була. Ырымбурға сауҙа итергә йөрөгән атаһы уны Карауанһарайға уҡырға бирә, әммә ҡыҙ ике йыл ғына белем алып өлгөрә... Оҙон юлдан тауар тейәп ҡайтып килгән  сауҙагәр Ғирфан бабайҙың юлын юлбаҫарҙар ҡыя. Үҙен үлтереп ағас төбөнә күмәләр, егеүле атын, байлығын урлап алып китәләр.Ҡөрьәнде, ғәрәп телен яҡшы белгән ҡыҙҙың бик уҡығыһы килһә лә, атайһыҙ ҡалғас, артабан белем ала алмай. Бер аҙҙан уны  Һапаш ауылы егетенә кейәүгә бирәләр.

 - Атайым Абдулла Ильяс улы Иҫәнғолов 1909 йылғы ине. Һуғыштан һыуыҡ тейҙереп, ике бөйөрө сереп ҡайтып, 2 йыл самаһы ғына йәшәне. Шулай ҙа ҡустым тыуып өлгөрҙө, - тип хәтер йомғағын һүтә Хәмиҙә инәй.

 Ике балаһы менән тол ҡалған әсәһенә тормош йөгөн яңғыҙ тартыуы еңел булмай, әлбиттә. Шулай ҙа иренең төҫө, йәшәүенең мәғәнәһе булған улы менән ҡыҙын башҡаларҙан кәм-хур итмәй Хәкимә инәй. Алдынғы ҡарашлы ҡатын колхозда бригадир вазифаһын атҡара, идара ағзаһы була, абруйы булғас, кешене тыңлата белә. Бер үҙенә ике ат тота, береһен арытып, тирләтеп ҡайтһа, икенсеһен егеп сығып китә. Аҙағыраҡ колхозда ашнаҡсы булып эшләй, бешергән аҙығын көйәнтәләп алып барып, баҫыуҙа эшләгәндәрҙе ашатып йөрөй. Бына шундай булдыҡлы, ҡайһы бер ирҙәргә биргеһеҙ әсәйҙән нисек булдыҡһыҙ ҡыҙ тыуһын инде?!

- Атайһыҙ үҫкәс, эшкә бәләкәйҙән егелдек. Заманаһы ла шундай ине бит, беҙҙең быуын ни күрҙе – беҙ ҙә шуны күрҙек. Колхозға ярҙам итергә тип мәктәптән алып сығып китерҙәр ине. Бәләкәйерәк саҡта баҫыуҙа иген утаһаҡ, 7-се кластан инде салғы тоттороп, бесән сабырға йөрөттөләр. 9-сы кластан ҡулға һәнәк тотоп, ридуанға бесән тейәнек.

 Һапашта 4-се класты тамамлағас, Хоҙайбирҙинға йөрөп уҡыным. 10 саҡрым араны яҙлы-көҙлө ямғырҙа, рашҡыла үтеүе еңел булмағас, 6-7-се класта Күмертауҙа интернатта ятып уҡыным. Өфөгә барып уҡығым килде лә бит, әсәй “унда ебәреп уҡытырлыҡ аҡсаны ҡайҙан алайым инде” тип ебәрмәне. 8-10-сы кластарҙы Волостновкаға йөрөп уҡыным. Әсәйемдең уҡыуға булған ынтылышы миңә лә күскәндер инде, 10-ды тамамлағас, Мораҡтағы педучилищеға барырмын, тип  хыялландым. Әммә хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мин уҡып бөткән йылды педучилищены Темәскә күсерҙеләр.

 Артабан уҡый алмағанлығым ғүмер буйы йөрәгемде өйкәп торҙо. Әммә Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң бит ул! Беҙҙең ауыл килене Миңзәлә Йомаева тормош иптәше менән Себерҙән күсеп ҡайтҡас, теләге булғандарға ауылда дини юҫыҡта белем бирҙе, ғәрәп теленән дә уҡытты. Бал саҡ хыялымды олоғайғас булһа ла шулайтып тормошҡа ашырҙым, Миңзәлә Әхмәтдин ҡыҙына бик рәхмәтлемен, - ти Хәмиҙә инәй.

 Йәштән һөнәри белем алыу бәхете теймәһә лә, әсәһенә оҡшап зирәк аҡыллы, отҡор була ул. Уҡып бөткәс тә колхозда бер аҙ бухгалтер булып эшләй, ырҙын табағында тир түгә, һөт фермаһында һыйыр һауа, хисапсы  вазифаһын атҡара, 15 йыллап мәктәптә иҙән йыуа. Йыл да гектарлап сөгөлдөр утауҙан ҡалмай.

 

...1961 йылда башлы-күҙле була Хәмиҙә Абдулла ҡыҙы. Ҡалдар ауылы егете, 1935 йылғы Фирғәт Ноғоман улы Халиҡов ( 2009 йылда вафат булған) бик яҡшы кеше була. Ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән уҙаман ҡатынына ла, биш ҡыҙына ла иғтибарлы, ихтирамлы була.

 Атанан күргән – уҡ юныр, инәнән күргән – тун бесер, тигәндәй, ата-әсәләренә оҡшап, береһенән-береһе уңған, тәртипле, тәрбиәле булып үҫә уларҙың балалары - Венера, Лира, Зөлфиә, Гөлнара һәм Дилара.  Үҙҙәре һайлаған йәрҙәре менән бына тигән итеп донъялар ҡороп, аҡылы балалар үҫтергәндәр. Иң төпсөктәренән башҡалары хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булыу бәхетен татыған. Уларҙың һәр ҡайһыһы - Хәмиҙә инәйҙең ҙур бәхете, оло ҡыуанысы.

 Күп эшкә маһир  кеше ул Хәмиҙә инәй. Ҡалдар ауылына килен булып төшкәс тә ҡул эштәре оҫтаһы булып таныла. Бирнә итеп алып килгән теген машинаһы менән байтаҡ йылдар биш ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына күлдәк тегә. Үҙ ғүмерендә нисәмә шәл бәйләгән икәнлеген иһә үҙе лә белмәй! Ырғаҡ менән бәйләүгә лә оҫта. Ябай ғына диван япмаһындағы төҫтәрҙе лә ул зауыҡ менән бер-береһенә тап килтереп, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп бәйләгән. Сәйлән, тәңкәләр теҙеп теккән һаҡалдарын ҡыҙҙары менән ейән-ейәнсәрҙәренә лә бүләк иткән, үҙе лә кинәнеп таға. Әйткәндәй, ҡыҙҙары ла ҡул эштәренә оҫта, Лира ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” VII Бөтә Рәсәй конкурсында “Оҫта ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында еңеү яулаған.

Йәштән ғәҙел, тура һүҙле булыуы менән дан алған Хәмиҙә инәйҙе ауылдаштары бик ихтирам итә, төрлө сараларҙан ҡалдырмай.  Ауылда уҙған дини байрамдарҙа, аяттарҙа аят-доғалар уҡырға ла йыш саҡыралар инәйҙе.

Уның хаҡында тулыраҡ мәҡәләне гәзиттә уҡығыҙ. 

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Мәҡәләне башҡа гәзит-журналдарҙың сайттарына күсереп алыу ҡәтғи тыйыла!

 

 

 

 

 

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас